“Торатау” конгресс-холында рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрҙе һаҡлау һәм нығытыуҙа гражданлыҡ йәмғиәтенең роле тураһында һөйләшеү ойошторолдо.
Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы үткәргән “Рәсәйҙең традицион рәхуи-әхлаҡи һаҡлауҙа һәм нығытыуҙа гражданлыҡ йәмғиәтенең роле тураһында” тигән түңәрәк өҫтәлде ошо Ассамблеяның етәксеһе Зөһрә Рәхмәтуллина алып барҙы.
“Әле беҙҙең ошондай вәкәләтле органдың баш ҡушып кәңәшләшә торған мәле, был һөйләшеү етди аҙымдарға фатиха булһын”, – тине филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Башҡорт фольклоры ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Розалия Солтангәрәева. – “Беҙ был көндө күптән көтәбеҙ, Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “Рәсәйҙең традицион рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау һәм нығытыу буйынса дәүләт сәйәсәтенең нигеҙҙәрен раҫлау тураһында”ғы Указы беҙ әле кисергән хәлгә тере шишмә кеүек тәьҫир итә. Рухи ҡиммәттәрен һаҡлап ҡала алған халыҡ ҡына цивилизация тип атала. Мин 40 йылдан ашыу халыҡ ижадын өйрәнеү өҫтөндә эшләйем. Был ижад беҙҙең өсөн тормош мәктәбе булып тора. Уға табан йөҙ менән боролаһы һәм рухи ҡиммәттәребеҙҙе ҡануниәт нигеҙендә нығытаһы, йәшәйештәге төп йүнәлештәр итеп алаһы ҡына ҡалған”.
“Элекке дуҫ тип йөрөгән илдәр беҙгә ҡаршы яу асҡас ҡына беҙ уларҙың ысын йөҙөн күрҙек. Гражданлыҡ йәмғиәте институттары ла беҙҙә, баҡһаң, Көнбайыш үлсәмдәренә яраҡлашып төҙөлгән икән. Хәҙер беҙҙең бурыс – киренән халыҡтың ышанысын яулау”, – тине “Башҡортостан энциклопедияһы” дәүләт нәшриәте директоры, махсус хәрби операциялағы һуғыш хәрәкәттәре ҡатнашыусыһы Илгиз Солтанморатов. – “Был һуғыш та беҙҙе йоҡонан уянырға мәжбүр итте. Махсус хәрби операция урынында булғанда берҙәм халыҡ булып ойошҡанбыҙмы-юҡмы икәненебеҙҙе белергә тырыштым. Хәҙер ышаныслы итеп әйтә алам: эйе, беҙ – берҙәм халыҡ. Әммә был нигеҙҙә 30-35 йәшлектәргә ҡағыла. Ә йәшерәктәр? Уларҙы юғалтмайбыҙмы? Үҫеп килгән быуынды үҙ рухи мөхитебеҙгә ҡайтарыу өсөн ең һыҙғанып эшләйһе бар әле”.
Түңәрәк өҫтәлдә шулай уҡ Башҡортостандың Стратегик тикшеренеүҙәр институты директоры Владимир Савичев, иҡтисад фәндәре докторы, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Рөстәм Ахунов, республика парламенты депутаты Елена Родина, дини конфессиялар вәкилдәре һәм башҡалар сығыш яһаны.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.