“Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Әлфиә Йәнтүрина Өфө районының Шамонин ауылында йәшәй. Ул Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлаған, артабан аспирантурала уҡыған.
Уңған әсәй сығышы менән – Дәүләкән, ә ире Самат – Миәкә районынан. Әлфиә менән Самат Йәнтүриндар Камил һәм Данил исемле улдар тәрбиәләй. Хөрмәтле дуҫтар, Әлфиә Йәнтүрина өсөн дә тауыш бирәбеҙ, лайктар ҡуябыҙ, етеп килгән Халыҡ-ара әсәйҙәр көнө айҡанлы комментарийҙар яҙабыҙ.
Фотолар Әлфиә Йәнтүринаның шәхси архивынан.