Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь , 08:45

Уға ышанырға ла, таянырға ла була

Төркөмөбөҙҙәге конкурста ҡатнашҡан сираттағы әсәй менән таныштырабыҙ

Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Уға ышанырға ла, таянырға ла була

Яҙмыш көслөләрҙе һынай, тиҙәр. Ҡайһы саҡта ошо һүҙҙәрҙең хаҡлығына тағы бер тапҡыр инанаһың. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған “Йәгеҙ әле, әсәйҙәр!” тип исемләнгән конкурста ҡатнашҡан Розалия Радмир ҡыҙы Шәрифуллина – һәр йәһәттән һоҡланғыс әсәй. Ул – иҡтисад фәндәре кандидаты, Өфө ғилем һәм технологиялар университеты доценты.

Силәбе өлкәһнең Магнитогорск ҡалаһында тыуған ҡыҙ башҡорт телен һыу кеүек белә. Ул 7-се класта Өфөләге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт гимназияһында белем ала башлай. Уны алтын миҙалға тамамлағандан һуң һуң, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инә. Тырыш, маҡсатлы, уңған, сәмсел, маҡсатлы ҡыҙ юғары уҡыу йортон ҡыҙыл дипломға тамамлай. Унда Йәш ғалимдар советы рәйесе, иҡтисад факульеты деканының фән буйынса урынбаҫары була. Кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлаған. Ул шулай уҡ иҡтисади темаларға гранттар етәксеһе лә.  Өфө дәүләт нефть техник университетында ла эшләгән. Улы 3-сө класта уҡый, фортепиано, бейеү, каратэ, инглиз теле, программалаштырыу түңәрәктәренә йөрөй.

Быға тиклем Розалия Радмир ҡыҙы кафедра мөдире була, хәҙер Иҡтисад, финанс һәм эшҡыуарлыҡ институтында сит ил студенттары, йәғни сит ил вәкилдәре менән хеҙмәттәшлек өсөн яуап бирә.

Яратҡан шөғөлдәре – китап уҡыу, бейеү, шиғырҙар яҙыу, теннис уйнау.

Тормош кредоһы – бер ҡасан да бирешмәҫкә, төшөнкөлөккә бирелмәҫмә, һәр саҡ әүҙем, үҙаллы булырға, бары алға барырға, башҡаларҙан ярҙам көтөп ултырмаҫҡа, әммә шул уҡ ваҡытта кешеләрҙең ярҙам ҡулынан баш тартмаҫҡа. Ғәҙеллекте, күңел йомартлығын һәм рухи ныҡлыҡты баһалай.

Розалия Радмир ҡыҙына ҡарайһың да, уның тормош һынауҙарына һылтанмай, бирешмәй алға барыуына, маҡсаттарын бойомға ашырырға тырышыуына һоҡланаһың. 14 йәшенән аварияға эләккән әсәһен ҡарай, эшендә лә һынатмай, ғаилә усағын да һүндермәй. Беҙ уға артабан бары уңыштарҙың юлдаш булыуын, сәләмәтлек һәм бәхет  теләйбеҙ. Ҡәҙерле дуҫтар, Розалия Радмир ҡыҙы өсөн тауыш бирегеҙ, лайктар ҡуйығыҙ һәм йылы һүҙҙәрҙән торған комментарийҙар яҙығыҙ.

Фотолар Розалия Шәрифуллинаның шәхси архивынан.

 

Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Уға ышанырға ла, таянырға ла була
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в