Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
25 Ноябрь 2022, 12:00

Йәнырыҫтың ырыҫын арттырып...

Төркөмөбөҙҙәге конкурста ҡатнашҡан сираттағы әсәй - Ишембай районынан. 

Йәнырыҫтың ырыҫын арттырып...
Йәнырыҫтың ырыҫын арттырып...

Тормошобоҙҙа матдилыҡ өҫтөнлөк ала барһа ла, йәмғиәтебеҙ, йәшәйешебеҙ нигеҙе ул – мәҙәниәт. “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә барған конкурста ҡатнашҡан Гөлнур Кирәева – Ишембай районының Йәнырыҫ мәҙәниәт йорто етәксеһе. Һөнәре буйынса режиссер-ҡуйыусы булыуы илаһи театр, сәнғәт донъяһында ихласлап эшләү мөмкинлеген бирә уға. Ғөмүмән, Гөлнур Мансур ҡыҙы – барлыҡ булмышы менән мәҙәниәт кешеһе. Өҫтәүенә, уның башланғыстарын ире Рәмил Рәшит улы ла хуплай, ныҡлы терәк-таянысы ул. Икәүһенең ҡулға-ҡул тотоноп йәшәүҙәренә лә быйыл 25 йыл тулған. Икеһе лә - ошо Йәнырыҫ ауылынан, тыуған ауылдарының ырыҫын арттырып матур йәшәргә ынтылалар.

Гөлнур менән Рәмил Кирәевтәр өс бала тәрбиәләп үҫтергән. Улар ҙа сәхнәне үҙ итә, ата-әсәһе кеүек тырыш, уңған, маҡсатлы, сәмсел.

Тормош уртаһында ҡайнап, рухи ҡиммәттәргә өҫтөнлөк биреп, тирә-яҡҡа дәрт-моң өҫтәп, мәҙәниәтебеҙгә хеҙмәт иткән Гөлнур Мансур ҡыҙы Кирәева өсөн дә тауыш бирәйек, дуҫтар! Уның өсөн дә лайктар ҡуяйыҡ һәм комментарийҙар яҙайыҡ.

Фотолар Гөлнур Кирәеваның шәхси архивынан.

 

Йәнырыҫтың ырыҫын арттырып...
Йәнырыҫтың ырыҫын арттырып...
Йәнырыҫтың ырыҫын арттырып...
Йәнырыҫтың ырыҫын арттырып...
Йәнырыҫтың ырыҫын арттырып...
Йәнырыҫтың ырыҫын арттырып...
Йәнырыҫтың ырыҫын арттырып...
Йәнырыҫтың ырыҫын арттырып...
Йәнырыҫтың ырыҫын арттырып...
Йәнырыҫтың ырыҫын арттырып...
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: