Иртәгә - Халыҡ-ара әсәйҙәр көнө. Ошо матур байрам айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең “Бәйләнештә” төркөмөндә конкурс иғлан иткәйнек. Ул аҙағына етте һәм, һәр бәйге еңеүсеһеҙ булмай, тигәндәй, был сараның да алдынғы урындарҙы биләүселәре асыҡланды.
Гүзәл Башҡортостанбыҙҙың төрлө район-ҡалаларынан һәр яҡлап өлгөлө, уңған, әүҙем 16 әсәй ҡатнашты. Улар араһында уҡытыусылар, эшҡыуарҙар, мәҙәниәт һәм башҡа өлкә вәкилдәре бар ине. Барыһына ла ихлас ҡатнашҡандары өсөн ҙур рәхмәт!
Конкурс шарттары буйынса, иң күп тауыш йыйған өс әсәй еңеүсе исемен яуланы. Беренсе көндәрҙән үк сарала әүҙем ҡатнашҡан гүзәл заттарыбыҙ - Әбйәлил районынан Алһыу Таһирова – беренсе, Стәрлебаш районынан Әлфинур Яҡупова – икенсе һәм Миәкә районынан Альбина Мөхәмәтйәнова өсөнсө урынға лайыҡ булды. Уларҙы еңеүе менән ихлас ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ!
Әлбиттә, конкурс үткәреүебеҙҙең төп маҡсаты кемдең ниндәй урын яуларын асыҡлау түгел ине. Иң мөһиме – һәр көн балалар тип йән атҡан, ғаилә усағын һаҡлаған, яратҡан һөнәре буйынса ла, йәмғиәт эшендә лә әүҙем ҡатнашҡан, тырыш, фиҙакәр хеҙмәт иткән әсәйҙәрҙе күрһәтеү. Һәм беҙ был маҡсатыбыҙға өлгәштек.
Республикабыҙҙағы барлыҡ әсәйҙәрҙе етеп килгән матур байрам менән ихлас ҡотлайбыҙ! Уларға йөрәк түренән сыҡҡан иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ: иң мөһиме – һау-сәләмәт, бәхетле, оҙон ғүмерле булып, балаларҙың бәхет-ҡыуанысын күреп, тыныслыҡта, муллыҡта йәшәргә насип итһен Хоҙай! Етеп килгән байрам менән, әсәйҙәр!
Фотолар конкурсанттарҙың шәхси архивынан.