Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Ноябрь 2022, 17:00

Зариф Байғусҡаров: "Әсәйҙәргә ошонан да ҡәҙерлерәк бүләк булмаҫ"

Республикабыҙҙың Ирҙәр ҡоро бөгөн "Мосафир" оҫтаханаһына сираттағы сараға йыйҙы.

Зариф Байғусҡаров: "Әсәйҙәргә ошонан да ҡәҙерлерәк бүләк булмаҫ"
Зариф Байғусҡаров: "Әсәйҙәргә ошонан да ҡәҙерлерәк бүләк булмаҫ"

Рәсәй Федерацияһының Дәүләт Думаһы депутаты, республиканың Ирҙәр ҡоро етәксеһе Зариф Байғусҡаров бөгөн йәмғиәтебеҙҙә атайҙар абруйын күтәреүгә, атайҙар менән улдар араһында бәйләнеште нығытыуға арналған сираттағы сараға йыйҙы. Бында әсәйҙәргә ихтирам, хөрмәт күрһәтеү маҡсаты ла ҡуйылды.

Шәмбе көн тип тормай, эшҡыуар Азамат Юлдашбаев етәкселек иткән “Мосафир” оҫтаханаһына билдәләнгән ваҡытҡа атайҙар улдары менән килеп тә етте. Уларҙың бөгөнгө маҡсаты улдарҙың әсәйҙәренә банк картаһы һалыу өсөн күндән янсыҡ әҙерләүе ине. Был эште башҡарыуҙа атайҙары һәм ошо һөнәр оҫталары ярҙам итте.

"Ошондай саралар уҙғарыуға атайҙар менән улдарҙың үҙ-ара аралашыуының кәмеүе этәргес бирҙе, - тине Зариф Закир улы. - Атайҙарҙың - эштә, улдарҙың компьютерҙа, телефонда булыуы ғәҙәти күренешкә әүерелде. Улдарға атай тәрбиәһен алыу бик мөһим - уларҙың бер-береһе менән аралашыуын көсәйтеүҙе  маҡсат итеп ҡуйҙыҡ. Атайҙар көнө уңайынан Архангел районының Аҫҡын ауылы эргәһендә бик матур сара ойошторғайныҡ. Тәбиғәт шарттарында көтөлмәгән хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмау буйынса ҡотҡарыусылар биргән һабаҡтар ҙа файҙаға булды, мәмерйәне ҡарап, уҡ атыу буйынса ярыштарҙа ҡатнашып, яланда бутҡа менән һыйланып, атайҙар ҙа, улдар ҙа яҡшы тәьҫораттар алып ҡайтты. Әлбиттә, саралар бының менән туҡталмаясаҡ. Май айында уҡ атыу буйынса ярыш уҙғарырға ниәтләйбеҙ. Атай менән улдың бер команда булып берләшеп ярышыуы уларҙың араһын тағы ла нығытыр. Бөгөнгө осрашыуҙың Әсәйҙәр көнө алдынан ойошторолоуы осраҡлы түгел – әсәйҙәр өсөн улдарының үҙ ҡулдары менән эшләгән бүләгенән дә ҡәҙерлерәге булмаҫ тип уйлайым".

Күптәр күндән әйберҙе беренсегә эшләһә лә, бик сәмләнеп тотондолар. Эргәләрендә ҡеүәтләп, дәртләндереп, кәрәк саҡта ярҙам итеп ебәргән атайҙары булғанда, эштең уңышлы килеп сыҡмауы мөмкин дә түгел.  

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзаловты ла оҫтаханала улы Арыҫлан менән осраттыҡ.

"Саҡырыуҙы ихлас ҡабул иттем. Алда Әсәйҙәр көнө тора, яңыраҡ ҡына Улдар көнөн дә билдәләнек. Балаларҙың атайҙары ярҙамында ҡулдан әйбер яһап, уны  әсәйҙәренә бүләк итеүе - бик матур күренеш. Ғөмүмән, ғаилә ептәрен нығыта торған сара был. Балаларҙың яңы һөнәргә өйрәнеүе йәһәтенән дә әһәмиәте ҙур, - тине министр.

Өфөнән генә түгел, республикабыҙҙың башҡа район-ҡалаларынан атайҙар һәм улдарҙың килеүе Ирҙәр ҡоро ойошторған сараның киң күләмле булыуын сағылдырҙы.

Тулы мәҡәлә гәзитебеҙҙең киләһе һандарының береһендә донъя күрер.

Автор фотолары.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: