Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2022, 12:00

Актер Шәһитулла Хамматов ниңә илай?

Милли йәштәр театры актеры бөгөн төнгө сәғәт 1-ҙә сәхифәһендә яҙма ҡалдырған.

Актер Шәһитулла Хамматов ниңә илай?
Актер Шәһитулла Хамматов ниңә илай?

Шәһитулла Хамматов яңыраҡ икенсегә бәпәй көтөүҙәрен, ҡыҙы Ҡәҙриәнең апай буласағын хәбәр иткәйне. Әле Шәһитулла менән Айһылыуҙың балалары тыуған. Атай кеше сәхифәһендә бала табыу йортонан бик тулҡынландырғыс видеояҙма ҡалдырған. "Иншалла, иншалла, бәпәй тауышы сыҡты, бәпәй донъяға килде", - тип шатлыҡтан иламһырай ул.

Ҡотлайбыҙ! Бәпесегеҙ имен-һау үҫһен!

"Икенсегә, Аллаға шөкөр, атай булыу бәхетенә эйә булдым. Ҙур рәхмәт һиңә, Айһылыу Байғусҡарова. Илайым, ҡыуанам... башта төрлө уйҙар... Хоҙайҙың иң ҙур мөғжизәһе ошолор ул... Эйе, был матур ваҡиғаның шаһиты булырға яҙҙы, йығылманым, башым да әйләнмәне, үҙемде тыныс тоторға тырыштым... Ҡалған һүҙҙәр һуңынан", - тип яҙып, ҡатынына һәм госпиталь табиптарына рәхмәтен белдергән актер.

Фото: vk.com/id21193114

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас: