Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров Әсәйҙән байрамы айҡанлы социаль селтәрҙәге сәхифәһенә ошондай яҙма ҡуйҙы.
“Бөгөн беҙ иң ҡәҙерле кешеләрҙе — әсәйҙәрҙе ҡотлайбыҙ. Ғәзиз кешеләребеҙгә ҡарата һөйөүебеҙ сикһеҙ.
Әсәйем, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, арабыҙҙа юҡ... Әммә күңелемдә уға ҡарата һөйөү һаман да шул тиклем көслө. Ул минең вайымһыҙ бала сағымдың юлдашы булды. Мине күп нәмәгә өйрәтте, киләсәк тормошҡа иң мөһим нигеҙҙәр һалды, донъя менән таныштырҙы, бихисап күңелле хәтирәләр ҡалдырып, һәр ваҡыт ҡыуандырҙы, бәхеттең шундай ябай икәненә ныҡлы ышаныс тыуҙырҙы. Быларҙың барыһы ла миңә әле лә тормошта ярҙам итә. Уның арҡаһында бөгөн мин ошондаймын.
Был байрам көнөндә республикабыҙҙың барлыҡ әсәләренә лә ысын күңелдән тағы бер тапҡыр рәхмәт әйтәм. Һәр берегеҙҙең йөрәгегеҙҙе ғәзиз балаларығыҙҙың наҙы йылытһын. Һеҙгә сәләмәтлек, ҡатын-ҡыҙ бәхете, именлек һәм өйөгөҙҙә ҡот булыуын теләйем. Ә беҙ, республика етәкселеге, элекке кеүек үк, әсәлеккә ярҙам итеүгә, балалы ғаиләләргә ярҙам күрһәтеүгә, ҡатын-ҡыҙ һаулығын һаҡлауға тәү сиратта иғтибар бирәсәкбеҙ. Һеҙ иң яҡшыға лайыҡһығыҙ!” - тип яҙҙы Андрей Назаров.
Фото А. Назаровтың сәхифәһенән.