Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2022, 11:00

Ун бала әсәһе ул!

Дәүләкән районынан Гөлназ Ҡорманаева балалар үҫтереүгә бәйле ниндәй кәңәш бирә?

Ун бала әсәһе ул!
Ун бала әсәһе ул!

Арабыҙҙа күп ҡыҙ һәм ул тәрбиәләгән әсәйҙәр байтаҡ. Мәҫәлән, Дәүләкән районынан Гөлназ Ҡорманаева - ун бала әсәһе. Уның уңғанлығына, тырышлығына, егәрлелегенә һоҡланмайынса мөмкин түгел! Ишле ғаилә хәстәрҙәрен атҡарып та, йәмәғәт эштәрендә ҡайнап та өлгөрә ул.

Иң өлкән улдары Нурфаязға – 19 йәш, ул Башҡорт дәүләт университетының Физика-математика институты студенты. Футбол уйнарға ярата. Алһыу шашка, баскетбол, футбол менән мауыға. Аэлита төрлө ғилми тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә, театр түңәрәгенә йөрөй. Аделина спортты үҙ итә, бигерәк тә самбо, гимнастиканы оҡшата. Динияр – бына тигән шахматсы. Артур менән Ислам самбоны үҙ итә. Виктория менән Самира ла апай-ағаларынан ҡалышмай, спорт менән мауыға. Иң кесеһе Богдан бәләкәс әле, уға бер йәш тулып уҙған. Ул да үҫкәс спортты үҙ итер, моғайын.

Шулай итеп, Гөлназ менән Айнур Ҡорманаевтар балаларының һәләттәрен үҫтереүгә ҙур иғтибар бирә. “Һәр ҡайһыһының үҙ холҡо, үҙенә генә хас сифаттары бар, – ти Гөлназ Фаил ҡыҙы. – Ата-әсә булараҡ, һәр беребеҙҙең тәү сираттағы бурысы – балаларыбыҙҙың һәләттәре тулыһынса асылыуға ярҙам итеү”.  

Фотолар Ҡорманаевтарҙың ғаилә архивынан.

Ун бала әсәһе ул!
Ун бала әсәһе ул!
Ун бала әсәһе ул!
Ун бала әсәһе ул!
Ун бала әсәһе ул!
Ун бала әсәһе ул!
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: