Кисә, 26 ноябрҙә, Рәсәй гвардияһының республикалағы Салауат Юлаев исемендәге батальонының ике доброволецы һөйгәндәре менән рәсми никахҡа ингән. Тантаналы сара Өфөнөң Октябрь районы ЗАГС-ында үткән.
Байрам Мендельсон маршы көйө аҫтында йәштәрҙең теркәү залына инеүенән башлана. ЗАГС хеҙмәткәре тәбрикләү һүҙҙәре менән сығыш яһағас, парҙар махсус китапҡа ҡултамғаларын ҡуйған, балдаҡтар кейҙерешкән. Артабан уларға никахтарын теркәү тураһында таныҡлыҡ тапшырылған.
Яңы өйләнешкәндәрҙе батальон командирының хәрби-сәйәси эш буйынса урынбаҫары, шулай уҡ туғандары, дуҫтары ҡотлаған.
Доброволецтар билдәләүенсә, өйҙә атай-әсәйең менән бергә һөйөклө ҡатыныңдың көтөүе лә улар өсөн үтә мөһим.
Йәштәргә бәхетле, мөхәббәтле оҙон ғүмер теләйбеҙ!
Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: Рәсәй гвардияһының Башҡортостан буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.