Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2022, 14:15

Һалым түләнегеҙме?

Ата-әсә шәхси кабинет аша бәлиғ булмаған балалары өсөн һалым түләй ала.

Һалым түләнегеҙме?
Һалым түләнегеҙме?

Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса 4-се район-ара инспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, әле Федераль һалым хеҙмәте 70-тән ашыу электрон сервис һәм мобиль ҡушымта эшләгән. Улар ярҙамында һалым бүлексәһенә бармайынса, онлайн тәртибендә һалым органдары менән эш итергә мөмкин. Мәҫәлән, ата-әсә физик берәмектәрҙең шәхси кабинеты аша бәлиғ булмаған балалары өсөн һалым түләй ала.

Ата-әсәнең шәхси кабинетында бәлиғ булмаған баланы өҫтәү өсөн “Ғаилә менән инеү” ҡушымтаһы бар. Ошо ҡушымталағы “Профиль” бүлегендә “Ҡулланыусыны өҫтәргә” тигән төймәне баҫыу етә. Артабан баланың ИНН мәғлүмәттәрен индереп, “Үтенесте ебәрергә” тигән төймәгә баҫырға кәрәк. Унан һуң баланың шәхси кабинетына инергә, тейешле төймәгә баҫырға һәм үтенесте ебәрергә ҡала.

Ошо рәүешле “Һалым” бүлегендә бәлиғ булмаған балалар өҫтәлгән исемлек күренә. Һалымды үҙегеҙ өсөн уңайлы ысул (банк картаһы, онлайн-банк, квитанция) менән түләй алаһығыҙ.

Рәсәй Федераль һалым хеҙмәтенең электрон сервистарын файҙаланып, һалым түләү буйынса бурысығыҙҙы ваҡытында үтәгеҙ!

Фото: nalog.gov.ru

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас: