27 ноябрҙә Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәниә Сәйфуллинаның йөрәге тибеүҙән туҡтаны... Быйыл уға 75 йәш тулғайны.
Фәниә Вәлиәхмәт ҡыҙы 1947 йылдың 1 майында тыуған. 1968 йылда Өфө мәҙәниәт техникумын тамамлаған. Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театрында актриса булып эшләне. Уның башҡарыуында Гөлнәзирә (“Салауат”, Мостай Кәрим), Гөлсәсәк (“Гөлсәсәк – берҙән-берем”, Мөкәрәмә Садыҡова) һәм башҡа образдарҙы тамашасылар бик яратып ҡабул итте.
Мәрхүмәнең яҡындарының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: newsbash.ru