Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2022, 12:00

Дүрт мең егет юллана...

Егеттәрҙе ант ҡабул итеү, шулай уҡ йәш яугир курсы көтә. Быйыл хәрби частарҙа әҙерлек этабы биш айға тиклем арттырылды.

Дүрт мең егет юллана...
Дүрт мең егет юллана...

Башҡортостанда көҙгө саҡырыу кампанияһы дауам итә. Быйыл саҡырыу бер айға һуңыраҡ, 1 ноябрҙә башланды – был өлөшләтә мобилизация менән бәйле. Республиканан сроклы хеҙмәт урындарына дүрт мең кеше юлланасаҡ.

Буласаҡ ил һаҡсылары хәрби частарға барыр алдынан, уларға хеҙмәт итеү өсөн кәрәкле инвентарь, экипировка тапшырыла. Егеттәрҙе ант ҡабул итеү, шулай уҡ йәш яугир курсы көтә. Быйыл хәрби частарҙа әҙерлек этабы биш айға тиклем арттырылды.

Башҡортостан Республикаһының хәрби комиссары Михаил Блажевич һүҙҙәренсә, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар махсус хәрби операцияла ҡатнашыуға йәлеп ителмәйәсәк. Төп ваҡытты егеттәр хәрби һөнәр үҙләштереүгә арнайасаҡ.

Көҙгө саҡырылыш 2022 йылдың 31 декабрендә тамамлана. Бер йылдан сроклы хеҙмәт үтеүсе һалдаттар тыуған яғына әйләнеп ҡайтасаҡ.

 

 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: