Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2022, 16:00

Темәс Майикмәгенең ҡатмарлы яҙмышы

Кемдер ябай ғына йөкмәткеле видеояҙмалар төшөргән ирҙе хуплай, дәртләндерә, икенселәр “ялҡытты ошо Майикмәгегеҙ” тип ебәрә... 

Темәс Майикмәгенең ҡатмарлы яҙмышы
Темәс Майикмәгенең ҡатмарлы яҙмышы

Баймаҡ районының Темәс ауылында йәшәгән Илсур Ильясов бөгөн ярайһы уҡ билдәле башҡорт блогерына әйләнә бара. Уның ябай ғына видеояҙмалары социаль селтәрҙәрҙә бихисап ҡарауҙар йыя, кешеләр комментарийҙар ҡалдыра. Кемдер ошондай ябай ғына йөкмәткеле яҙмалар төшөргән ирҙе хуплай, дәртләндерә, икенселәр “ялҡытты ошо Майикмәгегеҙ” тип ебәрә.

Илсурға яҙмыш бала саҡтан ярайһы уҡ ҙур һынауҙар ҡуйған: бәләкәй генә килеш – 4 йәшендә әсәй наҙынан мәхрүм ҡалып, өләсәй-олатай тәрбиәһендә үҫкән бала ул. Илсур – икенсе төркөм инвалиды.

Ғаиләле булып, бер улға атай була, әммә ғаилә тормошо килеп сыҡмай, айырылышалар.

Бөтә донъяһы янып юҡҡа сыҡҡас, ул өйһөҙ ҡала, әммә төшөнкөлөккә бирелмәй, пенсияһын йыйып, кешегә ялланып утын әҙерләп, уны ярып аҡса эшләй.

Күптән түгел Илсур кәләше Гөлназ менән йорт һалып сыҡты. Был хаҡта видеолары менән даими уртаҡлашып барҙы. Ғөмүмән, уның видеояҙмалары эскерһеҙлеге, ихласлығы менән иғтибарҙы йәлеп итә. “Кешеләргә аҙ ғына булһа ла миҫал, һабаҡ булһын тип төшөрәм. Минең дә тормошомда хатта йәшәге килмәй китмәй ауыр саҡтар була, әммә үҙемде-үҙем дәртләндерәм дә, алға ҡарап йәшәйем. Күрә белһәң, ваҡ ҡына нәмәләргә шатланып йәшәргә була”, - ти Темәс егете.

Баймаҡ телевидениеһы төшөргән фильм Илсур Ильясовтың ҡатмарлы ла, фәһемле лә яҙмышы тураһында. Беҙ Илсурға уңыштар, һаулыҡ теләйбеҙ.

Фото: видеояҙманан скриншот.

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: