Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Ноябрь 2022, 19:00

Ҙур форум көтөлә

Өфөлә билдәле адвокат Петр Россинскийға бюст асыла.

Ҙур форум көтөлә
Ҙур форум көтөлә

“Хоҡуҡтың гуманитар миссияһы – беҙҙең заман йүнәлеше” VIII Бөтә Рәсәй юридик форумы сиктәрендә 4 декабрҙә билдәле адвокат, танылған суд эшмәкәре Петр Россинскийға Өфөлә тантаналы рәүештә бюст асыла. Был скульптура Цюрупа урамында дворян Россинскийҙарҙың боронғо йорто алдына ҡуйыласаҡ.

Өфөлә Дөйөм Рәсәй юридик форумын уҙғарыу Рәсәй Федерацияһында Юристар көнөнә һәм Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостандағы бүлексәһенең 15 йыллығына арналған.

Форумдың төп ваҡиғаһы “Хоҡуҡтың гуманитар миссияһы – беҙҙең заман йүнәлеше” темаһына арналған "түңәрәк өҫтәл" буласаҡ.

Сараға Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров, “Рәсәй юристар ассоциация”һы Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сергей Степашин һәм башҡа ҡунаҡтар саҡырылған. Ғалимдар бөгөнгө ысынбарлыҡта илдең һәм төбәктәрҙең гуманитар сәйәсәте, илдең хоҡуҡи киңлегенең берҙәмлеген һаҡлау һәм башҡа һорауҙарҙы тикшерәсәк.

"Махсус хәрби операция, мәжбүри күсеүселәрҙең күпләп килеүе һәм яңы биләмәләр интеграцияһы яңы йәшәү шарттарын тыуҙыра. Беҙҙең төп маҡсат – барлыҡ йүнәлеш һәм өлкәләрҙә, шул иҫәптән юрисдикцияла, дөрөҫ үҫеш йүнәлешен булдырыу. Бөгөнгө ысынбарлыҡта гуманитар миссияны нығытыу һәм илебеҙ халҡы именлеге өсөн эшләү мөһим. Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе бында әһәмиәтле роль уйнай. Ун биш йыл дауамында ул кешеләрҙең хоҡуғы һағында тора һәм үҙен республиканың юғары кимәлдәге юристар берләшмәһе итеп күрһәтте", - тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Форум сиктәрендә Павел Крашенниковтың “Ҡәбиләнән империяға ҡарай. Рус дәүләте һәм хоҡуғының барлыҡҡа килеүе” китабының исем туйы үтәсәк. “Йыл юрисы” премияһын тапшырыу тантанаһы был ваҡиғаларҙы йомғаҡлаясаҡ.

Фото: республика Хөкүмәте.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: