Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2022, 22:03

“Атай-әсәйем был бүләккә лайыҡ”

Башҡортостан Башлығы ҡулынан автомобиль асҡысы алған.

Стәрлетамаҡ районы хакимиәте
Фото:Стәрлетамаҡ районы хакимиәте

“Бөгөн йәштәр ауылда ҡалырға теләмәй, ҡалаға күсеүҙе хуп күрә” тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Ысынлап та, ауыл мәктәбен тамамлау менән күптәр белем алырға тип ҡалаға китә, эш табыуы еңелерәк тип уңайлыҡтар тураһында уйлап, ҡалала тороп ҡала. Әммә улар араһында ауыл тормошон үҙ иткәндәр ҙә күп.

Күптән түгел Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡулынан тырыш хеҙмәте өсөн машина асҡысы алған Илнар Ғиззәтуллинды миҫал итеп килтерге килә. Ул Стәрлетамаҡ районының Үрге Уҫылы ауылында тыуып үҫкән.

Илнар – әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡтағы тармаҡ-ара колледжы студенты. IV курста белем ала. Быйыл тәүге тапҡыр механизатор булараҡ практика үтә. Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы иғлан иткән механизаторҙар конкурсы тураһында ишеткәс, үҙ көсөн һынап ҡарарға була.

Илнарҙың атаһы механизатор булып эшләй, әсәһе шул уҡ ауыл хужалығы предприятиеһының контораһында хеҙмәт итә. Бала саҡтан техникаға тартылған малай атаһы эргәһендә урала, ҡыҙыу эш мәлдәрендә ярҙамға ла сыға. 13 йәшенән ул ауылдарындағы хужалыҡта эшләп йөрөй: картуф баҫыуына һыу һибеүсе, быҙау көтөүсе, ырҙында ярҙамсы була, шуға күрә мәктәпте тамамлағас, уның алдында “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән һорау тормай. Атаһы, олатаһы үҙ иткән һөнәрҙе һайларға ҡарар итә.

Уңыш йыйыу миҙгелендә йәш механизатор “Акрос-595” комбайнында өс мең тоннанан ашыу иген һуҡҡан. Алты кешелек бригада составында эшләгән.

– Өлкән ағайҙар гел ярҙам итеп торҙо. Кәңәштәренән өҙмәне, – ти хеҙмәттәштәре тураһында Илнар.

Әле егет колледжды тамамларға йыйына. Практиканан һуң тағы партаға ултырасаҡ ул. Ҡулына диплом алғас, юғары уҡыу йортона инергә йыйына.

– Өс йыл дауамында төрлө ерҙә эшләп, үҙемә яңыраҡ машина алған инем, шуға әле Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡулынан алған автомобилде атай-әсәйемә бирергә ҡарар иттем. Мине тәрбиәләп, оло тормош юлына баҫтырҙылар. Был бүләккә тәү сиратта улар лайыҡ, – ти Илнар.

Лилиә НУРЕТДИНОВА

Читайте нас: