Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2022, 22:46

“Беҙҙең Аҡмулла” еңеү яулай

Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәренең береһе – йәштәрҙең башланғыстарына грант менән ярҙам итеү. Йәштәрҙең ижад студиялары һәм театрҙары, уҡыусылар өсөн һөнәри йүнәлеш биреү башланғыстары, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн уңайлы мөхит булдырыу, турист белешмәләре һәм маршруттар, подкастар, онлайн-шоу һәм башҡа темалар буйынса проекттарҙы бойомға ашырыу буйынса ярҙам күрһәтелә.

Грант алыу – финанс ярҙамы ғына түгел, ә йәштәр өсөн  социаль лифт та. Шундай грант конкурс­тарының береһендә М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары ла “Беҙҙең Аҡмулла” мәғрифәтселек мәктәбе” проекты менән еңеп сыға.

Проект конкурсында ҡатнашҡан башҡорт филологияһы факультеты студенттары һәм аспиранттары (Сыңғыҙ Ғәлимов, Алина Назарова, Әлфиә Ғайсина, Айгүзәл Яуба­ҫарова, Динара Юлдашева) Баш­ҡортостан Республикаһы уҡыусы­лары һәм студенттары араһында мәғрифәтселек һәм гуманизм идеяларын популярлаштырыу һәм үҫеп килгән быуындың донъяға гармониялы ҡарашын формалаштырыу, уларҙы “Беҙҙең Аҡмулла” мәғрифәтселек мәктәбе” эшмәкәр­легенә йәлеп итеү маҡсатын күҙ уңында тота. Был аҡса ярҙамында проектта планлаштырылған саралар үткәреүгә һәм ҡорамалдар һатып алыуға өлгәшәләр.

– “Беҙҙең Аҡмулла” мәғрифәт­селек мәктәбе” белем биреү системаһында ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә аң-белем таратыу сараларын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән. Мәғрифәтселек мәктәбе ҡотобханала (әҙәби ҡәһүәханала) урынлашҡан.  Ҡотобхана китаптар уҡыу, ҡәһүә эсеү һәм әңгәмәселәр менән үҙҙәренең буласаҡ пландарын һәм проекттарын тикшереү мөмкинлеге булған махсус зонанан ғибәрәт.

Ҡотобханалар революцияға тиклем беҙҙең ҡалала булған. Мәҫәлән, Башҡортостандың беренсе халыҡ шағиры Мәжит Ғафури ҡотобханала билдәле татар шағиры Ғабдулла Туҡай менән осрашҡан. Был 110 йыл элек, 1912 йылдың апрелендә, була. Ошо проект буйынса факультет студенттарына үҙ проекттарын тикшереү өсөн йыйыу урыны булып хеҙмәт иткән зонаны тергеҙергә булдыҡ. Ҡотобханала һәләтле йәштәр әҫәрҙәр ижад итә, ҡәләм оҫтала­рынан үҙ оҫталыҡтарын артабан камиллаштырыу маҡсатында рецензия ала. Унда шиғриәт кисәлә­ре һәм йәш шағирҙар, яҙыусылар өсөн оҫталыҡ дәрестәре үтә.

Тематик экскурсия беҙҙең проекттың тәүге сараларының береһе булды. Башҡорт фило­логияһы факультеты уҡытыусы­лары һәм студенттары Мифтахетдин Аҡмулланың тормошона һәм ижадына бәйле урындарға барҙы: Миәкә районының Туҡһанбай ауылындағы музей һәм Аҡмулла шишмәһе, Стәрлебаш ауылын­дағы музей, Бишбүләк районын­дағы Кәрим Хәкимов музейы һәм Шишмә районындағы Хөсәйенбәк кәшәнәһе.

Ҡотобханала билдәле Аҡмулла бел­гес­тәре, М. Аҡмулла исемен­дәге премия лауреаттарының Алтын лекциялары булды. Был лекциялар яҙҙырылып киләсәктә “Беҙ үҙебеҙ – башҡорттар” сайтына урын­лаштырыласаҡ. Шағирҙың ижадына арнап Розалия Солтан­гәрәева һәм Нәркәс Хөббөтдинова лекция уҡыны, Рәшит Шәкүр һәм Фәнис Янышев Аҡмулла биогра­фияһынан ҡыҙыҡлы дәлилдәр менән уртаҡлашты, Әхәт Сәлихов Аҡмулла тураһында Ҡаҙағстанда экспедиция ваҡытында тапҡан яңы материалдары менән уртаҡлаш­ты”, – тине проект етәксеһе, башҡорт филологияһы факультеты уҡытыусыһы Айтуған Ҡоланчин.

Проектҡа ярашлы, башҡорт телендә ижад иткән талантлы мәктәп уҡыусылары, юғары һәм урта махсус уҡыу йорттары студенттары араһында “Тулҡын”  республика ижади эштәр конкурсы уҙғарылды. Әҙәби конкурста 58 кеше ҡатнашҡан. Конкурс республика кимәлендә булыуға ҡара­маҫтан, башҡа төбәктәрҙән дә эштәр килгән. 16 ноябрҙә проектты йомғаҡлау һәм “Тулҡын” республика ижади эштәр конкурсы еңеүселәрен бүләкләү, йыйын­тыҡтың исем туйы үтте. Иң яҡшы эштәр “Шоңҡар” йәштәр журналы биттәрендә донъя күрәсәк.

“Беҙҙең Аҡмулла” мәғрифәт­селек мәктәбе” артабан да үҫер, “Тулҡын” әҙәби түңәрәге йыйы­лыш­тары, шиғриәт кисәләре һәм башҡа төрлө саралар уҙғарып, яңы әҙиптәр асыр майҙанға әйләнер.


Рузилә ИҪӘНБАЕВА

Читайте нас: