Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостандағы 4-се район-ара инспекцияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, һалым түләүсегә бурысы йыйылыуы тураһында СМС-хәбәр йәки электрон почта аша белдереүҙәре мөмкин. Бының өсөн һалым органына йәки күп йүнәлешле үҙәккә ошондай хәбәрҙе ебәреүгә яҙма ризалыҡ бирергә кәрәк.
Ризалыҡты электрон сервис – шәхси кабинет аша биреү бик уңайлы. Әгәр һеҙ квартал һайын һалым бурысы тураһында мәғлүмәт алырға теләһәгеҙ:
1) үҙегеҙ теләгән һалым органынан йәки күп йүнәлешле үҙәктән алынған серһүҙ һәм ИНН йәки Дәүләт хеҙмәттәре порталынан раҫланған иҫәп яҙмаһы ярҙамында физик берәмектәр өсөн шәхси кабинетҡа инегеҙ;
2) шәхси кабинеттағы “Профиль” бүлегенә инегеҙ;
3) тәғәйен форманы тултырып, недоимканың һәм (йәки) бурыстың булыуы тураһында СМС йәки электрон почта аша хәбәр ебәреүгә ризалыҡ бирегеҙ. Шәхси кабинетта телефонығыҙҙың һәм электро почта адресығыҙҙың дөрөҫ күрһәтелеүен тикшерегеҙ (улар һеҙҙең тарафтан раҫланырға тейеш).
4) ризалыҡ биреү формаһына Федераль һалым хеҙмәтенең электрон һанлы ҡултамғаһын ҡуйығыҙ. Бындай ҡултамғаны “Профиль” бүлегендәге “ЭҠ алыу” тигән төймәгә баҫып алырға мөмкин.
5) ризалыҡ биреү формаһын һалым органына ебәрегеҙ.
Бурысығыҙ булһа, Федераль һалым хеҙмәте был турала кварталға бер тапҡыр СМС-хәбәр йәки электрон почта аша хәбәр ебәрәсәк.
Фото: erm-news.ru