Йәмғиәт
29 Ноябрь 2022, 17:31

“Дөлдөлөмдән айырмаһын Хоҙай...”

Маҡсаттары юлдаш булыр.

Айрат НурмөхәмәтовАйрат Нурмөхәмәтов
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов

Миңниса апай йәш сағындағы шуҡлығын, үткер, йор һүҙлелеген әле лә ташламаған. Олпатлығы ла (76 йәш уйын түгел!) уны һис ҡартайтмаған, ауыл тормошоноң татлы булмаған күп яҡлы көнкүреше лә арытмаған, күрәһең. Өйҙә осоп йөрөп йорт эштәрен башҡарған, ейәндәренә уйынсалап һүҙ ҡушҡан, баштарынан һыйпап алырға ла ваҡыт тапҡан өләсәй кемгә оҡшамаһын!

Ул беҙгә Ҡабыҡҡыуыш ауы­лын­дағы был татыу йорттоң ышаныслы нигеҙе, донъя тотҡаһы, Ишембә­тов­тарҙы бер урынға туплаған көслө рухлы ағинәйҙәй тойолдо. Миңниса апай ғына был ысынбар­лыҡты танымаҫҡа тырышты: “Ана минең “дөлдөл ҡошом” инеп килә, әйҙәгеҙ, таныштырам!” – тип беҙҙең ҡарашты ишек төбөндә күренгән йорт хужаһына йүнәлттерҙе.

Барыбыҙ ҙа, йылмайышып, ғаилә башлығы Фәрүәз Әбүбәкер улын ҡаршы алдыҡ. Миңниса апайҙың ағайҙы “дөлдөл” тип атарға хаҡы барҙыр, башҡорт мифологияһында һаҡлаусы һәм яҡлаусы рухи көскә эйә ҡанатлы толпар образы был осраҡта урынлы кеүек. Ғүмер буйы иң ғәйрәтле “тимер ат”ты – К-700 тракторын йүгәнләгән, Т-150 тракторында киң баҫыуҙарҙы иңләгән алдынғы механизатор бит ул Фәрүәз Әбү­бәкер улы. Тыныс холоҡло, тый­наҡ һүҙле хеҙмәт ветераны бөгөн 83-сө йәшен ҡыуа, заманында алдынғы механизатор ғына түгел, билдәле көрәш­селәрҙең береһе лә булған. Шуны­һы һөйөнөслө, уның һөнәрҙәрен да­уам иткәндәр Ишембәтовтар нә­ҫе­лендә һис тә ҡоромаған, ветеран­дың бына тигән алмашсылары бар.

– Мин ошо йортҡа килен булып төшкәндә ҡәйнәмә 50 генә йәш ине. 25 йыл буйы ҡайным-ҡәйнәм менән бергә гөр килеп йәшәнек. Ә ҡәйнәм менән теүәл 43 йыл донъя көттөк, – тип хәтерләй алыҫ­та ҡалған иҫтәлекле көн­дәрҙе Миңниса апай. – 93 йәшендә гүр эйәһе булды ул, балаларҙы үҫтереште.

Ишембәтовтарҙың эшсән ғаи­лә­һендә тәрбиәләнгән балалар­ҙың дүртеһе лә, тормошта ла­йыҡ­лы урын­дарын табып, респуб­лика­быҙҙың төрлө төбәктәрендә хеҙмәт итә. Оло ҡыҙҙары Гөлсимә – Салауат ҡалаһында шәфҡәт ту­ташы, улдары Флүр – Стәрле­тамаҡта водитель, Илгиз – Сала­уатта экспедитор, Фәнзил Ибра­ҡайҙа “Заря” йәмғиәтендә механи­затор булып эшләй. Фәнзил Фәрүәз улы атаһы һалған бураҙ­нанан яҙлыҡмай барыуын дауам итә, ҡеүәтле К-700 тракторында ер һөрә, иген сәсә, бесән саба, бө­тә ауыл хужалығы эштәрен баш­ҡара. Был “тимер ат” һыуыҡ миҙ­гел башланғас та уның ихата­һында ҡышлай, сөнки ауыл урамдарын ҡарҙан таҙартыу өсөн техника бик ҡулайлы. Үҙенең МТЗ-80 тракторы ла бар, “хужалыҡта техникаһыҙ булмай, ул ватылһа, “тере ҡулһыҙ” ҡалғандай була­һың”, ти механизатор.

Фәнзил Ишембәтов – күп балалы атай, ул һәм ҡыҙҙарының һәр береһенә ҡатыны, инглиз те­ле уҡы­тыусыһы Лилиә менән тейешле тәрбиә, һөнәри йүнәлеш би­рер­гә тырыша. Оло ҡыҙҙары Диана колледжда уҡый, 17 йәш­лек Дим атаһы кеүек яҙмышын ауыл хужалығы менән бәйлә­мәксе. Милли көрәш менән етди мауыға, атаһының әйтеүенсә, спорт залында профессиональ шөғөллә­неү өсөн үҙен VI кластан Стәрле­башҡа уҡырға ебәреүҙә­рен үтенгән. “Шарттар унда яҡшы, улым ҙур теләк менән шөғөлләнә, һөҙөмтәләр ҙә бар”, – ти Фәнзил тыйнаҡ ҡына. Элек гер спорты менән дан алған районда хәҙер йәш көрәшселәр бил нығыта, көрәш залдары асыла, быныһы айырыуса ҡыуандыра.

Етди ҡарашлы, спортҡа мө­киб­бән бирелгән Димдең килә­сәккә ниәттәре менән танышабыҙ. Уның кеүек үҫмерҙәр гаджеттар, компьютерҙар, абруйлы һөнәрҙәр үҙләштереү менән мауыҡҡанда, егеттең механизатор булырға те­ләге ғәжәп тойолдо. Баҡһаң, Стәрлетамаҡ тармаҡ-ара колледжында белем алыу менән бергә был тәңгәлдә мул ғына тәжрибә тупларға ла, ярайһы хеҙмәт хаҡы алырға ла өлгөргән егеттең артҡа сигенергә һис тә уйы юҡ. Быйыл К-700 тракторында ярҙамсы булып, сәсеүҙә, баҫыуҙарҙы парға һө­рөүҙә, уңыш йыйыуҙа, ерҙәрҙе эшкәртеүҙә ҙур теләк менән эшлә­гән. “Беренсе октябргә тиклем ба­ҫыуҙан ҡайтып инмәнек, хәҙер бер аҙ ял итергә була”, – ти атаһы.

Республикабыҙ өсөн квалифи­кациялы кадрҙар әҙерләүҙең мө­һим­леге бәхәсһеҙ, был йәһәт­тән Башҡортостан ил иҡтисадына ярай­һы өлөш индерә, яңы уҡытыу стандарттары, технологиялар һәм компетенциялар барлыҡҡа килә, матди база яңыртыла, шуға күрә урта профессиональ белем биреү сис­темаһының популярлығы һәм абруйы артыуын күрәбеҙ ҙә. Педа­гог­тарҙың һәм кәңәшсе-тәрбиәсе­ләрҙең тырышлығы арҡаһында Дим Ишембәтов кеүек студент­тарҙың – буласаҡ юғары квалификациялы белгестәрҙең яңы быуыны барлыҡҡа килеүенә шаһитбыҙ.

– Хеҙмәт практикаһын да улым минең менән йәнәш үтә. Былтыр өс ай эшләп, 100 мең һум аҡса алып ҡыуанды, студент өсөн һис тә насар түгел бит. Быйылғы миҙ­гел­дә хеҙмәт хаҡы тағы ла юғары­раҡ булды. Ғөмүмән, “Заря” хужа­лығы етәкселеге ер кешеләренең тырышлығын баһалай белә, зарланырлыҡ түгел, – ти Фәнзил Фәрүәз улы.

“Ир-егеттең күңелендә эйәрле-йүгәнле ат ятыр”, тигәндәй, атаһы­ның һәм олатаһының һөнәрен дауам итергә ниәтләгән Димдең хыялы ла башҡа үҫмерҙәрҙекенән айырылмай – “үҙемдең “тимер ат”ымда еләһе ине”, ти ул.

Ишембәтовтарҙың иң кесеһе – биш йәшлек Даян данлыҡлы хеҙ­мәт династияһын дауам итерме – әлегә билдәһеҙ, әммә ошо ғына йәштә олатаһы һәм ағаһы ке­үек көрәш менән мауығыуы һоҡланыу хисе уята. Фәнзил Фә­рүәз улы әйтеүенсә, Ишембә­товтар ерҙә эшләргә, уңышта­ры­нан ҡәнәғәт­лек тойғоһо кисе­рергә күнеккән. Атаһы яғынан өс туған Дамир Ишем­бәтовты ла миҫалға килтереп, уның икмәк­хана асыуын, тимәк, игенде иккән­дән һуң эшкәртеүгә күсеү мөм­кинлеген билдәләне. “Улы аграр университетта тап ошо йүнәлеш буйынса белем ала, тимәк, ауыл хужалығы менән яҙмышын бәйлә­гәндәр нәҫелебеҙҙә артасаҡ”, – ти ул.

Миңниса апайҙың “дөл­дөл”­дәренә күпме йөк һалһаң да, түҙемлектәре, көс-ҡеүәттәре етер, егәрлелектәре һәм маҡсаттары юлдаш булып ғүмер буйына оҙатып барыр кеүек. Күркәм хеҙмәт династияһына артабан да уңыштар теләйбеҙ.

 Динә АРЫҪЛАНОВА

Стәрлебаш районы.

Читайте нас