Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2022, 16:45

Ҡиммәтле ишетеү аппаратын юғалтып...

Тыумыштан һаңғырау алты йәшлек Амалия өсөн ул донъя менән берҙән-бер бәйләнеш булған.

Ҡиммәтле ишетеү аппаратын юғалтып...
Ҡиммәтле ишетеү аппаратын юғалтып...

Өфөлә йәшәгән Амалия исемле алты йәшлек ҡыҙ быйыл йәй ишетеү аппаратын юғалтҡайны. Тыумыштан һаңғырау ҡыҙ өсөн был аппарат донъя менән берҙән-бер бәйләнеш ысулы ине, тип яҙа «Башкирия/Online» яңылыҡтар порталы. Етмәһә, бик ҡиммәтле ишетеү аппараты (һигеҙ йөҙ меңлек) заказ буйынса ғына эшләнгән, шунлыҡтан Амалиянан башҡаға яраҡһыҙ. Әмәлгә ҡалғандай, Ҡашҡаҙан күле паркында ял иткәндә бала уны төшөрөп ҡалдыра.

Әсәһе Ильмира А. социаль селтәрҙәр аша бар ҡала халҡына мөрәжәғәт итә, балаһы өсөн бик мөһим әйберҙе табыуҙа ярҙам һорай. Шулай уҡ полиция хеҙмәткәрҙәре, профессиональ алтын эҙләүселәр үҙҙәренең махсус ҡулайламалары менән  йәлеп ителә. Тик һөҙөмтәһеҙ, әйбер табылмай. Паркта ҡуйылған видеокамераларҙан шул күренә, осраҡлы үтеп барған кеше аппаратты тапҡан һәм камера торған бағанаға һалып киткән, әммә шунан һуң ул  күҙ уңына башҡа эләкмәй. Кәрәкмәгән нәмә тип берәйһе алып ташлағандыр, моғайын, тип фаразлайҙар.

Бәхеткә  ваҡиғаның аҙағы күңелле тамамлана. Сөнки  күптәр битараф ҡалмай был хәлгә.  Барыһы ла бәләкәскә ҡулдан килгәнсә аҡсалата ярҙам итергә тырыша. Һөҙөмтәлә, тамсынан күл хасил була, тигәндәй, апаруҡ аҡса йыйылған һәм атай-әсәй сит илдән тағы ла яҡшыраҡ, замансараҡ аппарат алыуға өлгәшә. Үҙебеҙҙә лә һатыла-һатылыуын, тик күпкә ҡиммәтерәк икән. Шулай итеп, оло йөрәкле кешеләр ярҙамында бәләкәс Амалия яңынан был донъяны ишетә башлаған!

Фото: Башкирия/Online.

Автор:Миләүшә Сайтакова
Читайте нас: