Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
29 Ноябрь 2022, 22:18

Өлкән йәштәгеләр фатир һатып алһа...

Һалым ҡайтармаһына хоҡуҡ.

pansionat-istok.ru
Фото: pansionat-istok.ru

Таныш ҡатын 2016 йыл аҙағында хаҡлы ялға сыҡты, ләкин хеҙмәт эшмәкәрлеген туҡтатманы. Дәүләт предприятиеһында рәсми эшләй. Предприятие Пенсия фондына һәм һалым хеҙмәтенә бүлемдәрҙе ваҡытында күсерә. 2017 йылда танышым 2 миллион 750 мең һумлыҡ фатир һатып алды. Ул мөлкәткә һалым ҡайтармаһын алырға хоҡуҡлымы? Шул уҡ ваҡытта ҡайтарманы хаҡлы ялға сыҡҡанға тиклемге осор, йәғни 2014 – 2016 йылдар өсөн, артабан яңы осорға (хаҡлы ялға сыҡҡандан һуң), физик берәмектең килеменә һалым түләнгән рәсми эш хаҡынан сығып алырға мөмкинме?

Мөлкәткә һалым ҡайтармаһы рәсми эш урыны булған кешегә, фатир йәки йорт һатып алған осраҡта, ике миллион һумға тиклемге хаҡтың бер өлөшөн түләнгән һалым иҫәбенә кире ҡайтарырға мөмкинлек бирә. Ул ҡайтарма фатирҙы (йортто) һатып алған йыл тамамланғас, киләһе йылда түләнә. Пенсионерҙар бындай хоҡуҡтан өс йыл үткәс тә файҙалана ала, сөнки өлкәндәр өсөн билдәле бер ташламалар ҡаралған. Әгәр пенсионер торлаҡ һатып алғанға тиклем хаҡлы ялға сыҡһа, ул үткән һалым осорҙары өсөн законлы ҡайтармаға дәғүә итә ала. Тимәк, фатир 2017 йылда алынһа, пенсионерға ҡайтарманы 2014, 2015, 2016 йылдар өсөн дә түләүҙәре мөмкин.

Ҡайтарманы алыу өсөн мөһим шарт – кеше үткән осорҙа алған килеме тураһында белешмә ҡағыҙы тапшырырға тейеш. Шулай уҡ фатирҙы һатып алыу-һатыу тураһындағы документтарҙа уның хаҡының ике миллион һумдан кәм түгеллеге күрһәтелеүе мөһим.

Әгәр тәғәйен ваҡыт эсендә кеше һалым ҡайтармаһын тулыһынса алып бөтмәһә, артабан да уны түләүгә ғариза яҙыуын (тулыһынса алып бөткәнгә тиклем) дауам итә ала. Тик был осорҙа граждан рәсми эшләргә, хеҙмәт хаҡы алырға, унан килемгә 13 процент һалым түләргә тейеш.

Ҡайтарманы алыу өсөн һалым инспекцияһына декларация тапшырыу шарт. 10 көн эсендә һеҙгә түләүҙе тәғәйенләү тураһында яуап киләсәк. Рәсәй биләмәһендә фатир һатып алғанда  һалым ҡайтармаһына хоҡуҡ Рәсәй Федерацияһы Һалым кодексының 220-се статьяһы менән регламентлана. Һалым түләгән пенсионерҙар өсөн һалым ҡайтармаһының ҡалған өлөшөн алдағы һалым осорона күсереү тәртибе 212-се Федераль законда билдәләнә.

Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА 

Читайте нас