0 °С
Ясна
Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров кадр ҡарары тураһында иғлан итте. Уның белдереүенсә республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры Александр Булушев вазифаһын ҡалдырҙы. Был уның икенсе эшкә күсеүенә бәйле.
– Үткән аҙнала ул миңә ғариза менән мөрәжәғәт итте һәм мин ризалыҡ бирҙем. Үҙемдең хакимиәткә тиҙ арала министр вазифаһына кеше табыуҙы һорайым. Әлеге ваҡытта тармаҡта бик күп проекттар тормошҡа ашырыла, шуға күрә был мәсьәләне һуҙырға ярамай, – тине Радий Хәбиров.
Фото: srb62.ru