Хеҙмәткәрҙең ризалығынан тыш, йыл һайын алынған түләүле отпускыны өлөштәргә бүлергә ярамай. Хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль хеҙмәттән (“Роструд”) белдереүҙәренсә, быны хеҙмәткәр менән эш биреүсе араһындағы килешеү нигеҙендә генә эшләргә мөмкин. Яҡтар отпускыны нисек файҙаланыу (бүлепме йәки тулыһынсамы) тураһында үҙ-ара һөйләшеп килешергә тейеш.
Был мәсьәләлә ҡайһы бер үҙенсәлектәрҙе хәтерҙә тотоу мөһим:
l отпуск биреү сираты график менән билдәләнә, шуға күрә ошо графикты төҙөгән мәлдә ялды өлөштәргә бүлеп алыу тураһында әйтергә кәрәк;
l отпускылар графигы эш биреүсе тарафынан, түбәнге профсоюз ойошмаһы фекерен иҫәпкә алып, календарь йыл башланғанға тиклем ике аҙнанан да һуңға ҡалмайынса раҫлана;
l ялды өлөштәргә бүлеп алырға теләгән осраҡта, уның бер өлөшө 14 календарь көндән кәм булмаҫҡа тейеш.
Отпуск биреүгә йәки мәшғүллеккә бәйле башҡа мәсьәләләр буйынса ведомствоға “Дежур инспектор” сервисы аша мөрәжәғәт итергә мөмкин. Белгестәр әйтеүенсә, граждандарҙы эшкә алыу, хеҙмәт килешеүе төҙөү, уның шарттарының үҙгәреүе, эштән бушатыу, эш ваҡыты һәм ял осоро, хеҙмәт хаҡы кеүек мәсьәләләр йыш борсой.
Күптән түгел эксперттар ярҙамында декрет ялына йыйынғандар өсөн мәғлүмәттәр әҙерләнде. Бындай ялға нисек түләнелеүе, уны рәсмиләштереү тәртибе, декрет отпускыһына әсәнән тыш, башҡа кешеләрҙең дә хоҡуҡлы булыуы асыҡланды.
Рәсәйҙең хеҙмәт ҡануниәтендә “декрет” йәки “декрет отпускыһы” тигән төшөнсә юҡ. Бындай ял “йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск” (Рәсәй Хеҙмәт кодексының 255-се статьяһы) һәм “бала ҡарау буйынса отпуск” (ошо уҡ кодекстың 256-сы статьяһы) тип атала. Йөклөлөк һәм бала табыу буйынса отпуск сабый тыуғанға тиклем – 70 көн һәм, ул донъяға килгәс, йәнә 70 көн (йәмғеһе 140 көн), күп балалы йөклөлөктә сабыйҙар тыуғанға тиклем 84 көн, тыуғас 110 көн (бөтәһе 194 көн) тәшкил итә.
Ошо ваҡыт үткәс, әсә сабыйына өс йәш тулғанға тиклем уны ҡарау буйынса отпускыға китә ала. Бынан тыш, ошондай ялды сабыйҙың атаһы, өләсәһе, олатаһы йәки башҡа туғаны алыу мөмкинлегенә эйә. Мәҫәлән, әсә йөклөлөк һәм бала табыу буйынса ялдан һуң эшкә сыға, ә сабыйҙы атаһы ҡарай. Шул уҡ ваҡытта әсә бер ерҙә лә эшләмәйенсә, сабыйын ҡарау менән мәшғүл булһа, уның менән бер үк ваҡытта атай кеше лә бала ҡарау буйынса ял алырға хоҡуҡлы.
Лилиә ДӘҮЛӘТБӘКОВА