Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә пассажирҙар ташыуҙы үҫтереү планы ҡаралды. Республиканың транспорт һәм юл хужалығы министры вазифаһын башҡарыусы Руслан Ғарипов 2022 йылда ҡала яны тимер юл транспортынан яҡынса 3,6 миллион пассажир файҙаланыр тип фаразлай. Был уҙған йылдағы күрһәткестән 20 процентҡа күберәк.
– Республика маршрут селтәрен 69 поезд, шул иҫәптән “Орлан” һәм ”Ҡарлуғас”тың заманса составтары хеҙмәтләндерә, – тип билдәләне ул. – “Көнсығыш экспресы” проектын тормошҡа ашырыу барышында 2022 йылдың декабрендә Өфө - Белорет маршруты буйынса ҡала яны поездарын асыу күҙаллана.
Бынан тыш, “Өфө” станцияһы аша 58 пассажир поезы маршруттары үтә. Был сегментта ла пассажирҙар ағымының 20 процентҡа артыуы күҙәтелә (2022 йылдың ун айында – 715 мең пассажир). 2023 йылда Өфө – Ҡазан яңы ашығыс пассажирҙар поезы йөрөй башлауы ихтимал.
Автобустарҙа ташыуға килгәндә, “Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы хеҙмәттәренән 2022 йылдың ғинуар - октябрендә 370 мең пассажир файҙаланған.
Башҡортостан баш ҡалаһының Рәсәй һәм сит ил ҡалалары менән авиабәйләнеше лә яҡшы темп менән үҫешә. 2022 йылдың ноябрь башына “Өфө” халыҡ-ара аэропорты коллективы 3,5 миллионға яҡын пассажирҙы хеҙмәтләндергән.
2022 йылда баш ҡаланың һауа ҡапҡаһынан Иркутск, Красноярск, Грозный, Пермь, Омск, Әстрхан һәм Нарьян-Мар ҡалаларына ете яңы төбәк рейсы асылды. 2023 йылға Владикавказ, Мурманск, Кемеров һәм Томск менән авиабәйләнеште ойоштороу мәсьәләһе өйрәнелә.
“Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев 2023 йылдың мартында Сәмәрҡәндкә тура рейс асыласағы хаҡында хәбәр итте. Бынан тыш, Минскиға һәм Тель-Авивҡа рейстар ойоштороу мөмкинлеген дә ҡарайҙар.
– Республиканың башҡа ҡалалар менән авиабәйләнешен үҫтереү буйынса әүҙем эш алып барғандары өсөн “Өфө” халыҡ-ара аэропорты коллективына рәхмәт. Беҙҙең бурыс – Башҡортостан халҡының Рәсәй һәм сит илдәр буйлап сәйәхәте өсөн мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыу. Яңы йүнәлештәр сиктәрендә мәктәп төркөмдәре менән алмашыу мөмкинлеген уйларға кәрәк. Балаларға ошондай сәфәрҙәр, шул иҫәптән илһөйәрлек тәрбиәһе йәһәтенән дә бик ҡыҙыҡлы булыр, – тине Радий Хәбиров. – Рәсәй тимер юлдары менән берлектәге эш барышында бик күп ҡыҙыҡлы проекттар бар. Уларҙы мотлаҡ тормошҡа ашырырға кәрәк.
Фото: finobzor.ru