Сибайҙан Сирусиндар ғаиләһе иң өлкән династия тип танылды, тип хәбәр итә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте. Был “Башҡортостандың медицина династиялары” республика тармаҡ конкурсы барышында асыҡланды. Баҡтиһәң, Сирусиндар ғаиләһенә ҡараған 21 кеше ғүмерен медицинаға арнаған. Шулай итеп, улар иң өлкән династия тип танылды.
Икенсе урында – үҙ һөнәренә тоғролоҡ һаҡлаған Ғәзиевтәр. Улар – Республика ашығыс медицина ярҙамы станцияһы һәм Һәләкәттәр медицинаһы үҙәге хеҙмәткәрҙәре. Һәр береһенең медицинаға ҡарата һөйөүе бала саҡта уҡ уянған. Уларҙың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дөйөм хеҙмәт стажы 439 йыл тәшкил иткән.
Бынан тыш, спорт, профсоюз һәм башҡа номинациялар буйынса ғаиләләр асыҡланды.
Фото: vk.com/minzdrav_02