Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2022, 20:00

"Айыҡ ауыл" республика конкурсы башланды

Уның быйылғы шарттары ниндәй? 

"Айыҡ ауыл" республика конкурсы башланды
"Айыҡ ауыл" республика конкурсы башланды

Башҡортостанда рәсми рәүештә "Айыҡ ауыл" республика конкурсы старт алды. Бөгөн, 30 ноябрҙә, сараға әҙерлек һәм уны уҙғарыу буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте.

Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары - финанс министры, ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Л.З. Иғтисамова, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, ойоштороу комитеты рәйесе урынбаҫары Э.Р. Айытҡолова, БДМУ-ның медицина генетикаһы һәм фундаменталь медицинаһы кафедраһы профессоры, медицина фәндәре докторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған табибы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы ағзаһы, конкурс координаторы С.Ш. Мырҙабаева, шулай уҡ башҡа ведомство, ойошмалар вәкилдәре ҡатнашты.

"Айыҡ ауыл" республика конкурсын ойоштороусылар - Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф һәм фән, Спорт министрлыҡтары һәм республиканың башҡа ведомстволары.

Конкурсты ойоштороу буйынса саралар Башҡортостандың Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында республика Башлығы гранты иҫәбенә тормошҡа ашырыла. Мәғлүм булыуынса, 2020 йылда төбәк етәксеһе Радий Хәбировтың ҡарары буйынса бүләк фонды ун тапҡырға арттырылды.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башланғысы буйынса республикала старт алған "Айыҡ ауыл" айыҡ йәшәү рәүешен пропагандалауға, эскелекте иҫкәртеү буйынса эш алып барылған биләмәләрҙе асыҡлауға, дәртләндереүгә йүнәлтелгән. Төп маҡсат - сәләмәт йәшәү рәүеше булдырыу һәм уны һаҡлау, күрелгән саралар иҫәбенә демографик, социаль именлекте яҡшыртыу мәсьәләләрендә тораҡ пункттарҙағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең әүҙемлеген арттырыу.

Проектта ҡатнашыуға сәләмәт йәшәү рәүешен пропагандалаған йәмәғәт эшмәкәрҙәре, журналистар, эстрада йондоҙҙары йәлеп ителә. Проблеманы хәл итеүгә урындағы һәм дәүләт власы органдары ла ҡушыла, артабан тейешле закондар сығарыу акттары йәки башҡа тейешле документтар ҡабул итеү маҡсаты менән.

Ағымдағы йылдың 1 октябренән "Айыҡ ауыл" конкурсының район этабы старт алды. Республиканың барлыҡ райондарынан 1120 ауыл биләмәһе ҡатнашыуға ғариза биргән. "Райондың айыҡ ауылы" исеменә дәғүә итеүселәр эскелеккә ҡаршы көрәш буйынса саралар уҙғарырға, аңлатыу эштәре алып барырға тейеш. Урындағы ойоштороу комитеты ҡатнашыусыларҙың презентация материалдары нигеҙендә конкурстың беренсе этабына йомғаҡ яһай. Шулай уҡ конкурсанттарҙың үҙ проекттарын яҡлауы күҙ уңында тотола.

Э.Р. Айытҡолова белдереүенсә, "Айыҡ ауыл" республика халҡының әүҙемлеге арҡаһында уңышлы тормошҡа ашырыла. Унда хатта иң бәләкәй ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр ҙә әүҙем ҡатнаша һәм һиҙелерлек һөҙөмтәләргә өлгәшә. "Үткән йылдарҙа проект муниципалитеттарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, республика конкурсында ҡатнашыу өсөн әүҙем эш алып барылды. Уны ғәмәлгә ашырыуҙа Башҡортостан Хөкүмәтенең, муниципаль район хакимиәттәренең һәм Башҡортостан Граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының ярҙамы ҙур роль уйнай. Сәләмәт йәшәү рәүеше алып барған коллективтарҙа, художестволы үҙешмәкәрлек түңәрәктәрендә, спорт секцияларында даими шөғөлләнгәндәрҙең күбәйеүе; айыҡ байрамдар һәм саралар иҫәбенең артыуы, алкоголле продукция менән ағыуланыу сәбәпле үлгәндәр һаны кәмеүе; алкоголь продукцияһын һатыу күләменең әҙәйеүе күҙәтелә", - тип билдәләне Эльвира Ринат ҡыҙы.

“Айыҡ ауыл-2022” проекты 2022 йылдың сентябренән 2023 йылдың тәүге яртыһында ике этапта тормошҡа ашырыла. Былтырғы кеүек үк, конкурстың республика этабында райондар халыҡ иҫәбенә ярашлы номинациялар буйынса билдәләнәсәк:

"Эре тораҡ пункттар";

"Ҙур тораҡ пункттар";

"Уртаса ҙурлыҡтағы тораҡ пункттар";

"Бәләкәй тораҡ пункттар".

Барлығы 12 еңеүсе була, һәр номинацияла - өсөшәр. Бүләк фонды шул уҡ ҡала - 40 миллион һум. Алты миллион һум күләмендәге иң ҙур приз "Эре тораҡ пункттары" номинацияһында еңеүсегә тапшырыла. Башҡа номинациялар өсөн - биш, дүрт һәм өс миллион һум: сумма ауылдың ҙурлығына ҡарап айырыла.

Конкурстың муниципаль этабында ҡатнашыуға ғаризалар 20-30 сентябрҙә ҡабул ителде, графикка ярашлы, 1 октябрҙә муниципаль этап старт алды.

Шулай уҡ алдағы йылдарҙағы кеүек тематик акциялар үткәреү, конференция эшендә ҡулланыу өсөн мәғлүмәт йыйыу һәм артабан уңышлы муниципаль кейстар тәжрибәһе менән методик материалдар йыйынтығын сығарыу маҡсатында ауыл халҡы араһында һорау алыу ойоштороу, 2019, 2020 һәм 2021 йылдарҙағы конкурс йомғаҡтары буйынса ғилми-ғәмәли конференция үткәреү күҙаллана.

Сара барышы тураһында бөтә мәғлүмәт ҡоролтайҙың рәсми сайтында һәм социаль селтәрҙәрҙә баҫыла барасаҡ.

Мәғлүмәт еткереү буйынса һөҙөмтәлерәк эшләү өсөн социаль селтәргә тейешле хештегтарҙы ҡулланып мәғлүмәт һалырға кәңәш ителә.

Фото: pravitelstvorb.ru

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: