Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Ноябрь 2022, 23:15

"Барыһы ла - йәштәр өсөн"

Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов шатлыҡлы хәбәр еткерҙе.

"Барыһы ла - йәштәр өсөн"
"Барыһы ла - йәштәр өсөн"

Салауат районы хакимиәте башлығы Марс Кашапов социаль селтәрҙәге шәхси сәхифәһендә шатлыҡлы хәбәр менән бүлешкән. Унда түбәндәге юлдар бар.

“2023 йылда район өсөн мөһим объект – физкультура-сәләмәтләндереү комплексын төҙөй башларға ниәтләйбеҙ.

Хеҙмәттәштәребеҙ менән ошо ваҡиғаға табан күптән йүнәлеш алдыҡ: ер участкаһын билдәләнек, бөтә кәрәкле документтарҙы әҙерләнек. Хәҙер иһә проектҡа ҡул ҡуйылды һәм ул республиканың адреслы инвестиция программаһына индерелде. Быға бик шатмын! Сөнки йәштәр – беҙҙең киләсәк! Беҙ улар яҡшы шарттарҙа үҫһен, күнекмәләр үткәрһен һәм районға тағы ла күберәк еңеүҙәр килтерһен өсөн бөтә көсөбөҙҙө һалырға тейешбеҙ. Ғорурланаһы урындарыбыҙ күп, әммә башҡараһы эштәр ҙә байтаҡ әле”, - тип яҙған район етәксеһе.

Фото Марс Кашаповтың шәхси сәхифәһенән.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: