Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2022, 16:30

40 балалы ғаилә!

Ғәзиздәренә күңел тыныслығы, йөрәк йылыһы биреп, ғаилә усағын һаҡлап йәшәйҙәр улар.

40 балалы ғаилә!
40 балалы ғаилә!

Гөлсирен Дербенева менән Аис Маликовтың ғаиләһендә 40 бала тәрбиәләнә. Баҡтиһәң, улар ҡауышҡанда икеһендә лә өсәр бала була. Бергә йәшәй башлағас, биш баланы уллыҡҡа алалар, артабан 29 баланы үҙ ҡанаттарына һыйындыралар улар. Гөлсирен Фәйзулла ҡыҙы ғәзиздәренә өй йылыһы, күңел тыныслығы биреп, ғаилә усағын һаҡлап йәшәй, ҡыҙҙарҙы ҡул эштәре серҙәренә өйрәтә. Ә Аис Нәзиулла улы малайҙары менән йорт-ҡура тирәһендәге эштәрҙе башҡара. Күмәкләп бал ҡорттары, мал-тыуар, аттарҙы ҡарайҙар. Ағас эштәре менән дә булышалар.

Күп балалы ғаилә былтыр «Йыл ғаиләһе» конкурсының республика этабында «Күп балалы ғаилә» номинацияһында еңеү яулаһа, быйыл «Ата-әсә ҡаһарманлығы» миҙалы менән наградланған.

Дербенев – Маликовтар ғаиләһе күп милләтле, унда рус, башҡорт, татар, мари, сыуаш балалары дуҫ-татыу булып йәшәй. «Был, һис шикһеҙ, ата-әсәнең ҡаҙанышы, тап улар балаларға башҡа милләттең традицияларын хөрмәт итергә өйрәтеп үҫтерә», - тип яҙҙы үҙенең сәхифәһендә республика Башлығы Радий Хәбиров.

Фото Башкирия/Online.

Автор: Миләүшә Сайтакова
Читайте нас