Йәмғиәт
1 Декабрь 2022, 04:00

Афарин, Вилдан!

Ул башҡорт халыҡ йыры "Урал"ды башҡарып, барыһын да хайран иткән.

Афарин, Вилдан!Афарин, Вилдан!
Афарин, Вилдан!

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында «Таланттар йондоҙлоғо» һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар араһында ижады фестиваленең Гала-концерты уҙҙы. Республика бәйгеһенең гран- приһына Әбйәлил районы Хәмит ауылынан Вилдан Зәйнишев лайыҡ булды. Вилдандың моңло йырҙары беҙҙең гәзитебеҙҙең төркөмөндә лә ҡуйылғаны бар.

Сарала РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров та ҡатнашҡан һәм үҙенең "Бәйләнештә"ге социаль төркөмөндә түбәндәге яҙыуҙы ҡалдырған.

""Әсә йөрәге" әсәләр советы рәйесе Гөлшат Ибраһимова саҡырыуы буйынса "Таланттар йондоҙлоғо" мөмкинлектәре сикләнгән балалар ижады фестиваленең 11-се бүләкләү тантанаһында ҡатнаштым.Был фестиваль бөтә Башҡортостандан үҙенсәлекле балаларҙың һәләттәрен асырға һәм үҫтерергә мөмкинлек бирә. Быйыл конкурста 300-ҙән ашыу бала ҡатнашты. "Әсә йөрәге" әсәләр советы етәксеһе Гөлшат Ибраһимоваға награданы республиканың үҙенсәлекле балалары мәнфәғәтенә намыҫлы хеҙмәте өсөн бүләк тапшырҙым. Был нескә ҡатын үҙенсәлекле балаларҙың ата-әсәһенең ниндәй ауырлыҡтар менән осрашҡанын яҡшы аңлай, сөнки ул үҙе лә шундай бала тәрбиәләй. Ул һәр ваҡыт инвалид балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә ярҙам итергә әҙер.

Уларҙың ата-әсәләренә һәм тәрбиәселәренә эштәре өсөн рәхмәт. Уларҙың ярҙамында балалар асыла, уңыштарға өлгәшә, ысын күңелдән ҡыуана һәм быларҙың барыһын да фестивалдә күрҙек. Фестивалде үткәреүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн "Тамыр" телеканалына төп мәғлүмәт партнерына  һәм бағыусыларға ҙур рәхмәтемде белдерәм"-тип яҙған Зариф Закир улы.
Вилданды оло еңеүе менән ҡотлайбыҙ, ижади уңыштар теләйбеҙ!

Фото: "Осҡон" гәзите.

Афарин, Вилдан!
Афарин, Вилдан!
Афарин, Вилдан!
Афарин, Вилдан!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас