Изгелек эшлә лә һыуға һал, тиһәләр ҙә, өлгө булырҙай был яҡшы ваҡиға, ихлас кешеләр тураһында һөйләмәй ҡалдырыу ярамаҫ.
Бөрйән районындағы Исламбайҙа ауылдаштар Украинала барған махсус хәрби операцияла йөрөгән ике егеттең ата-әсәһен яңғыҙ ҡалдырмай, хәлдәрен белеп, төрлөсә ярҙам күрһәтергә тырышып тора. Ошо көндәрҙә уларға - Нәсихә Кульчиковаға һәм Фәимә менән Ғәле Әҙелбаевтарға ҡышҡылыҡҡа утын әҙерләүҙе ойошторған улар.
Ошо маҡсатта ҡышҡы матур көндә тейешле урынға килеп, бер төркөм ир-егет ағасты бысып, ярған, ә иң әүҙем бер нисә ҡатын-ҡыҙ уны "Белорусь" тракторы арбаһына тейәшкән. Кемдер берәү үҙ техникаһы менән ярҙам иткән. Күмәк көс менән тиҙ генә әҙерләнгән утын хәрби хәрәкәттәге егеттәрҙең ата-әсәләренең ишек алдына килтерелгән. Быға яуап итеп, өлкәндәрҙең изгелекле ирекмәндәрҙе табынға саҡрып, йөрәк түренән сыҡҡан рәхмәт һүҙҙәрен еткереүе лә - тулҡынландырғыс күренеш. Күрһәтмәгә ярашлы түгел, ә күңел ҡушыуы буйынса ыңһырламай бер төптән башҡарылған эш кенә ыңғай һәм ырамлы була шул.
"Нәҡ ошондай ҡатмарлы ваҡытта кемдең кемлеге күренә лә инде. Ярҙам иткән ауылдаштарға изгелектәре икеләтә әйләнеп ҡайтыуын теләйбеҙ. Ауылымдың әүҙем, берҙәм ир-егеттәренә, ҡатын-ҡыҙына ҙур рәхмәт! Егеттәребеҙ имен-һау әйләнеп ҡайтһын!" - тип яҙған социаль селтәрҙә Исламбай ауылы китапханаһы мөдире Флүзә Әхмәтйәнова.
Был һүҙ-теләктәргә беҙ ҙә ҡушылабыҙ. Махсус хәрби операциялағы ир-егеттәрҙең яҡындарына терәк булғанығыҙ, уларҙың хәстәрен үҙегеҙҙекеләй күреп, ярҙам иткәнегеҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, изгелекле яҡташтарыбыҙ!
Фото: Исламбай ауылы китапханаһы.