Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Декабрь 2022, 10:00

Ярҙам тураһында белеп тороғоҙ!

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн ҡабул ителгән республика саралары әленән эшләй башланы. 

Ярҙам тураһында белеп тороғоҙ!
Ярҙам тураһында белеп тороғоҙ!

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә хәстәрлек күрһәтеү маҡсатында 30-ҙан ашыу ярҙам төрө булдырҙы. Уларҙың күпселеге эшләй ҙә башланы һәм бөгөндән ғариза бирергә мөмкин. “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы был турала тулы мәғлүмәт әҙерләгән. Уны һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ.

Кем махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһе ағзаһы тип иҫәпләнә?

  1. Рәсми ҡатыны. Әгәр махсус операцияға шәфҡәт туташы булып ҡатын-ҡыҙ китһә, уның рәсми ире.
  2. Ата-әсәһе йәки хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге уллыҡҡа алыусылар (инвалидтар һәм пенсионерҙар).
  3. Өләсәһе һәм олатаһы, әгәр ата-әсәһе булмағанлыҡтан өс йылдан ашыу тәрбиәләгән һәм ҡараған булһалар.
  4. Хеҙмәткә яраҡһыҙ йәштәге үгәй атаһы менән үгәй әсәһе, әгәр биш йылдан ашыу тәрбиәләгән һәм ҡараған булһалар.
  5. Бәлиғ булмаған балалар һәм 23 йәшкә тиклемге студент-балалар.
  6. 18 йәшкә тиклем инвалид булған бәлиғ балалар.

МӨҺИМ

Барлыҡ льготаларҙы алыу өсөн база документы – хәрби мобилизация буйынса хәрби хеҙмәткә саҡырылғанлығы, йәки контракт буйынса хеҙмәт иткәнен раҫлаған белешмә. Уны ғаилә ағзалары йәшәгән урындағы хәрби комиссариаттан ала.

  1. Бушлай йылы аш

Кемгә тейеш: V-XI кластарҙағы мәктәп уҡыусылары, көндөҙгө бүлектә уҡыған колледж студенттары.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: бала уҡыған мәктәпкә йәки колледжға.

Ниндәй документтар кәрәк: ғариза һәм хәрби комиссариаттан белешмә.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: ярҙам мөрәжәғәт итеүҙең икенсе көнөнән күрһәтелә башлай һәм атаһы махсус хәрби операцияла ҡатнашып бөткәнгә тиклем ғәмәлдә була.

  1. “Һөт кухняһы”нан бушлай аҙыҡ-түлек

Кемгә тейеш: йөклө ҡатындарға, бала имеҙгән әсәйҙәргә, өс йәшкә тиклемге балаларға.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: “Һөт кухняһы”ның яҡындағы таратыу пунктына, Күп функциялы үҙәк йәки мобиль ҡушымта аша.

Ниндәй документтар кәрәк: ғариза һәм хәрби комиссариаттан белешмә.

  1. Ҡала һәм ҡала яны автобустарында айына 60 тапҡыр бушлай юл йөрөү

Кемгә тейеш: мәктәп уҡыусыларына һәм бөтә уҡыу йорттарының 23 йәшкә тиклемге студенттарына.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: белем биреү ойошмаһына (мәктәп, колледж, университет).

Ниндәй документтар кәрәк: ғариза, тыуыу тураһында таныҡлыҡ йәки паспорт күсермәһе, хәрби комиссариаттан белешмә.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: юл хаҡы өсөн уҡыусы картаһы, “Алға” картаһы йәки “Мир” түләү системаһының банк картаһы менән түләргә мөмкин. Был карталар документтар менән бергә бирелә һәм ай һайын уларға 60 сәфәр хаҡы күсерелә. Лимитты тотоноп бөтмәһәң, ҡалғаны яна. Лимиттан юғарыраҡ булғандың барыһын да үҙаллы түләргә кәрәк. Льготалы юл йөрөү ҡаланың даими маршруттарында, ә уҡыусылар өсөн ҡала яны маршруттарында ла ҡаралған. Ҡаланан ситкә 50 километр алыҫлыҡта үткән маршруттар һәм бөтә район-ара маршруттар ҡала яны маршруттары тип иҫәпләнә.

  1. Балалар баҡсаһына сираттан тыш урын

Кемгә тейеш: йәш ярымдан алып балаларға.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: район йәки ҡала хакимиәтенең мәғариф бүлегенә.

Ниндәй документтар кәрәк: ғариза һәм хәрби комиссариаттан белешмә.

  1. Балалар баҡсаһы өсөн түләүҙән азат итеү

Кемгә тейеш: балалар баҡсаһына йөрөгән бөтә балаларға ла.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: бала йөрөгән балалар баҡсаһына.

Ниндәй документтар кәрәк: ғариза һәм хәрби комиссариаттан белешмә.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: ярҙам ғариза биргән көндән алып, атаһы хәрби операцияла ҡатнашыуҙы тамамлаған осорға тиклем ғәмәлдә.

  1. Мәктәптә түләүһеҙ оҙайтылған көн төркөмө

Кемгә тейеш: мәктәп уҡыусыларына.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: бала уҡыған мәктәпкә.

Ниндәй документтар кәрәк: ғариза һәм хәрби комиссариаттан белешмә.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: әгәр мәктәптә бындай төркөм юҡ, әммә ихтыяж бар икән, уны ойошторорға тәҡдим ителгән.

  1. Түләүһеҙ түңәрәктәр һәм секциялар

Кемгә тейеш: мәктәп уҡыусыларына.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: белем биреү ойошмаһына.

Ниндәй документтар кәрәк: ғариза һәм хәрби комиссариаттан белешмә.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: сара дәүләт һәм муниципаль түңәрәктәр өсөн ғәмәлдә.

  1. Баланы уңайлы мәктәпкә күсереү

Кемгә тейеш: мәктәп уҡыусыларына.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: һайлап алынған мәктәпкә. Әгәр унда урын юҡ икән, йәшәгән урындағы мәғариф бүлегенә.

Ниндәй документтар кәрәк: ғариза һәм хәрби комиссариаттан белешмә.

  1. Колледжда бушлай уҡыу

Кемгә тейеш: абитуриенттарға һәм колледжда уҡып йөрөгәндәргә.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: колледжды ойоштороусы министрлыҡҡа (ведомствоның сайтында ҡарарға була).

Ниндәй документтар кәрәк: ғариза, хәрби комиссариаттан белешмә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы менән туғанлыҡ кимәлен дәлилләгән белешмә. 

Ошо хаҡта белергә кәрәк: бала уҡырға инеп кенә йөрөй икән, аттестаттың уртаса балына ҡарамаҫтан, бюджетҡа инәсәк, әммә һөнәр ҡабул итеү имтихандарын күҙ уңында тотһа, ыңғай һөҙөмтәләр кәрәк. Әле бала коммерция төркөмө студенты икән, уны бушлай уҡытыуға күсерәләр. Һөнәре буйынса бюджет урындары булмаһа, уҡыу өсөн сертификат менән түләнәсәк.

  1. Ятаҡта урын

Кемгә тейеш: ссуз һәм вуз студенттарына.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: белем биреү ойошмаһына.

Ниндәй документтар кәрәк: ғариза һәм хәрби комиссариаттан белешмә.

  1. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың балалары өсөн лагерға юлламалар

Кемгә тейеш: 18 йәшкә тиклемге балаларға.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: бала йәшәгән урындағы мәғариф бүлегенә.

Ниндәй документтар кәрәк: ғариза, тыуыу тураһында таныҡлыҡ йәки паспорт күсермәһе, хәрби комиссариаттан белешмә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының паспорты күсермәһе.

  1. Башҡортостан шифаханаларына бушлай юлламалар

Кемгә тейеш: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың балалары.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: был ярҙам буйынса документтар әле әҙерләү стадияһында. Уларҙы ҡабул итеү ваҡыты 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы “Янғантау”, “Красноусол”, “Йоматау”, “Яҡтыкүл”, “Танып”, “Ассы”, “Йәшел сауҡалыҡ”, “Ҡарағай” шифаханалары ҡабул итәсәк, ә балалар иһә балалар учреждениеларында һаулығын нығытасаҡ, тип күҙаллана.

  1. Өйҙә бушлай социаль хеҙмәттәр күрһәтеү йәки сираттан тыш йорт-интернаттарға урынлаштырыу

Кемгә тейеш: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының пенсия йәшенә еткән инвалидлығы булған йәки ярҙамға мохтаж ата-әсәһенә, йәки уның законлы вәкилдәренә.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: 8-800-775-00-14 ҡыҙыу элемтә телефоны буйынса Республика халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәгенә (Өфө, Менделеев урамы, 136/2, йәғни 7(347)286-51-05) мөрәжәғәт итергә йәки “Дәүләт хеҙмәттәре” порталы аша рәсмиләштерергә.

Ниндәй документтар кәрәк: МСЭ белешмәһе (инвалидлыҡ тураһында), Пенсия фондынан белешмә (кешенең пенсияла булыуы тураһында), кешегә ҡарау кәрәклеген дәлилләгән медицина белешмәһе, хәрби комиссариаттан белешмә.

  1. Көнкүреш мәсьәләләрен хәл итеү

Кемгә тейеш: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бөтә ғаилә ағзаларына.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: Шайморатов исемендәге штабҡа – 8 (800) 201-89-03, көн һайын 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем; республика Йәштәр сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты штабына +7(927)311-23-55 телефоны буйынса йәки Өфө ҡалаһы, Пушкин урамы 86/11 адресы буйынса ирекмәндәр штабына (“Йәшлек House”, Башҡортостан йәштәре йорто), ғаризалар көн һайын 9 сәғәттән 18 сәғәткә тиклем ҡабул ителә.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: Шайморатов исемендәге штабтың ирекмәндәре социаль, психологик, йорт һәм хужалыҡ буйынса көнкүреш ярҙамы күрһәтә, ғариза биреүсе иҫәбенә беренсе кәрәк-яраҡ әйберҙәрен – мәҫәлән, дарыухананан дарыу һәм аҙыҡ-түлек килтерә, утын яра, урамды ҡарҙан таҙарта ала.

Әгәр һеҙ үҙегеҙ ирекмән булырға – махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың туғандарына һәм ғаиләләренә ярҙам итергә теләһәгеҙ, колл-үҙәк телефоны буйынса йәки “Берҙәм Рәсәй”ҙең Башҡортостан биләмәһендәге теләгән бер бүлексәһенә мөрәжәғәт итегеҙ.

  1. Билдәләнгән хаҡтың 10 процентын түләп, утын алыу

Кемгә тейеш: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: муниципалитеттың урман хужалығына.

Ниндәй документтар кәрәк: хәрби комиссариаттан белешмә.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: әгәр утынды үҙегеҙ әҙерләһәгеҙ, ташлама буласаҡ. Әҙер утын һатып алһағыҙ, уны бушлай килтерәсәктәр. Шулай уҡ урман хужалығына мөрәжәғәт итергә кәрәк.

  1. Түләүһеҙ сүп-сар сығарыу

Кемгә тейеш: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләһенә.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: сүп-сарҙы сығарыу буйынса үҙегеҙҙең төбәк операторына.

Ниндәй документтар кәрәк: ғариза һәм хәрби комиссариаттан белешмә.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: ташлама граждан махсус хәрби операцияла ҡатнашыу осоронда ғәмәлдә.

  1. “Торлаҡ өсөн аҡса туплау” программаһында ташламалы ҡатнашыу

Кемгә тейеш: ошоғаса программаға ингән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: +7(347)285-00-97 ҡыҙыу элемтәһенә.

Ниндәй документтар кәрәк: хәрби комиссариаттан белешмә, программала ҡатнашыусынан ышаныс ҡағыҙы.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: тупланмаға иҫәпләнгән бюджет премияһы менән бергә аҡсаны ваҡытынан алда алырға йәки штраф санкцияларынан тыш программала ҡатнашыуҙы туҡтатып торорға һәм кире ҡайтҡас тергеҙергә мөмкин.

  1. Баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа торлаҡ

Кемгә тейеш: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаилә ағзаларына.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: милектә торлаҡ булыу-булмауына ҡарамаҫтан, “Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү фонды”нан баҙар хаҡынан түбәнерәк хаҡҡа фатир алыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк. Был ярҙам буйынса документтар әле әҙерләнә. Уларҙы ҡабул итеү ваҡыты 2023 йылдың 1 ғинуарына тиклем тип билдәләнгән.

  1. Эшкә урынлашҡанда шәхси ярҙам

Кемгә тейеш: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының эш эҙләгән ғаилә ағзаһына.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: үҙегеҙҙең мәшғүллек үҙәгенә.

Ниндәй документтар кәрәк: хәрби комиссариаттан белешмә.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың вузда йәки колледжда уҡыуын тамамлаған балалары предприятиеларҙа стражировка үтә ала.

  1. Йортҡа газ үткәреү өсөн кәмендә 100 мең һумлыҡ сертификат

Кемгә тейеш: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: ярҙамдың был төрө буйынса документтар әле әҙерләнә.

  1. Транспорт һалымын түләүгә 100 процентлыҡ ташлама

Кемгә тейеш: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары.

Нимәне белергә кәрәк: 2022 йыл өсөн бер машинаға ташлама буласаҡ. Ярҙамдың был төрө буйынса документтар әле әҙерләнә. Улар ноябрь аҙағынан ғәмәлгә инде.

  1. Кредит каникулы

Кемгә тейеш: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: банк йәки микрофинанс ойошмаһына.

Ниндәй документтар кәрәк: банк һораған документтар.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: кредит каникулы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы йәки уның ғаилә ағзаһы булған заемсыға кредит йәки займ буйынса түләүҙәрҙе ваҡытлыса туҡтатырға мөмкинлек бирә. Әгәр заемсы закон критерийҙары буйынса үтһә, кредиторҙың (банк, микрофинанс ойошмалары, КПК, СКПК, ломбард) кредит каникулын биреүҙән баш тартыу хоҡуғы юҡ. Төп һорауҙарға яуаптарҙы Үҙәк банк сайтында уҡығыҙ.

  1. Ғаиләнең мохтажлығын баһалағанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың килеме иҫәпкә алынмай

Кемгә тейеш: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләләренә.

Ҡайҙа мөрәжәғәт итергә: халыҡты социаль яҡлау идаралығына.

Ниндәй документтар кәрәк: хәрби комиссариаттан документтар.

Ошо хаҡта белергә кәрәк: улар төрлө “балалар” пособиеларына, шул иҫәптән 3 - 17 йәшкәсә балаларға айлыҡ түләүҙәргә, йөклөлөк буйынса иҫәпкә торған ҡатындарға пособиеларға, күп балалы ғаиләләргә түләүҙәргә, күп балалы ғаиләләргә коммуналь түләүҙәргә компенсацияларға, социаль контракт алыуға һәм башҡаларға ҡағыла.

  1. Пеня түләүҙән азат итеү

Кемгә тейеш: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусының ғаиләһенә.

Нимәне белергә кәрәк: махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзалары коммуналь хеҙмәттәрҙе һәм капиталь ремонт өсөн ваҡытында түләмәгән осраҡта пеня түләмәй. Был ярҙам буйынса документтар әле әҙерләнә.

  1. Консультациялар һәм психолог ярҙамы

“Ғаилә” үҙәктәренең ҡыҙыу бәйләнеше: 8-800-347-5000

Ғаилә хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре бушлай социаль түләмдәргә документтар әҙерләргә, балалар менән көнкүреште ойоштороу, алименттар алыу, васыятты рәсмиләштереүҙә ярҙам итәсәк.

Һаулыҡ һаҡлау министрлығының республика клиник психотерапия үҙәге: +7 (347)241-62-85.

Махсус хәрби операция барышында хәрби бурысын үтәгәндә яҡындарын юғалтҡан ғаиләләр өсөн бушлай психолог һәм психотерапия ярҙамы күрһәтеү, хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәрен реабилитациялау программаһы эшләй.

Дәүләт юридик бюроһы

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә бушлай юридик ярҙам. Белгестәр шәхсән һәм телефондар буйынса консультациялар бирә:

- Өфө ҡалаһы, Октябрь революцияһы урамы, 3, тел. 8(347) 272-29-23, 8(347)218-11-94.

Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 180, тел. 8(347) 216-17-11

Нефтекама ҡалаһы, Нефтселәр урамы, 22, 114-се бүлмә, тел. 8(34783) 4-45-30.

- Октябрьский ҡалаһы, Чапаев урамы, 16, тел. 8(34767) 6-05-06.

- Сибай ҡалаһы, Ленин урамы, 12, 105-се бүлмә, тел. 8(34775) 2-23-82.

- Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Хоҙайбирҙин урамы, 83, тел. 8(3473) 33-58-29.

- Мәсәғүт ауылы, И. Усов урамы, 3, тел. 8(34798) 3-36-63.

“Индиго” психологик ярҙам үҙәгенең балалар ышаныс телефоны:

7(347)223-22-11. (тәүлек әйләнәһенә).

Республика клиник психиатрия дауаханаһының ышаныс телефоны:

7(347)295-02-36 (тәүлек әйләнәһенә).

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса психологик ярҙамы:

122 ( иртәнге 8-ҙән киске 8-гә тиклем);

277-09-11 (тәүлек әйләнәһенә).

Республика йәштәр социаль-психологик үҙәге:

8(999)757-31-45, 8 (800) 200-34-11 (тәүлек әйләнәһенә).

Һорауҙарығыҙ булһа, 122 (өҫтәмә номер – 1), +7(347) 218-19-19 телефондары буйынса Ситуация үҙәгенә шылтыратығыҙ.

Фото: uszntacina.ucoz.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: