Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2022, 17:00

Дәүләкәндәр ике “УАЗ” машинаһы ебәрҙе

Шулай уҡ медикаменттар, инструменттар, аҙыҡ-түлек, “буржуйка” мейестәр оҙатылды. 

Дәүләкәндәр ике “УАЗ” машинаһы ебәрҙе
Дәүләкәндәр ике “УАЗ” машинаһы ебәрҙе

Дәүләкән районы хакимиәте башлығы Илгиз Мөхәмәтйәнов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында хәбәр итте. “Махсус хәрби операция үткәреү урынына ике “УАЗ” автомобилен ебәрҙек. Дәүләкән икмәк аҙыҡ-түлектәре комбинаты медикаменттар, инструменттар, аҙыҡ-түлек, “буржуйка” мейестәр һәм комбинатҡа ҡараған ике “УАЗ” автомобилен ебәреүҙе ойошторҙо. Машиналарҙың берәүһе бронялы.

Предприятиеларға, эшҡыуарҙарға, кешеләргә ярҙам иткәндәре өсөн рәхмәт белдерәм.

Хәтерегеҙгә төшөрәм, Дәүләкән районында Шайморатов, Доставалов исемендәге батальондарға һәм башҡа берләшмәләргә гуманитар ярҙам йыйыуҙы М.М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы дүшәмбенән йомаға тиклем 9-ҙан 18 сәғәткә тиклем (төшкө ял: 13-14 сәғәт) Дәүләкән ҡалаһы, Ҡыҙыл майҙан урамы, 11-се йорт (Мәҙәниәт һарайы бинаһы) адресы буйынса ойоштора. Барлыҡ һорауҙар менән 8(34768)3-06-75, 3-31-10 телефондары буйынса мөрәжәғәт итергә мөмкин”.

Сығанаҡ һәм фотолар: vk.com/ilgis_muhamedzyanov

Дәүләкәндәр ике “УАЗ” машинаһы ебәрҙе
Дәүләкәндәр ике “УАЗ” машинаһы ебәрҙе
Дәүләкәндәр ике “УАЗ” машинаһы ебәрҙе
Дәүләкәндәр ике “УАЗ” машинаһы ебәрҙе
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: