Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2022, 19:25

Эшһеҙлек кәмей

Август-октябрҙә  Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле өс процент ҡына тәшкил итте.

Эшһеҙлек кәмей
Эшһеҙлек кәмей

Август-октябрҙә  Башҡортостанда эшһеҙлек кимәле өс процент ҡына тәшкил итте.

 Эшһеҙ граждандарҙы иҫәпләү системаһы барлыҡа килгәндән (1991 йылдан) алып беҙҙең республикалағы мәшғүл булмағандар һаны Волга буйы федераль округы төбәктәре буйынса уртаса кимәлдән түбәнерәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: долнъяла эшһеҙлекте билдәләүҙең ике ысулы бар – эшһеҙ булып рәсми теркәлгәндәр һаны һәм халыҡ араһында һайланма һорау алыу юлы.

“Хеҙмәт баҙарындағы төп күрһәткестәрҙе яҡшыртыуға күпселек осраҡта мәшғүллек кимәлен һаҡлап ҡалыу буйынса саралар планын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә өлгәштек. Был планды йыл башында ошо йүнәлештәге эште санкциялар баҫымы шарттарында әүҙемләштереү маҡсатында Башҡортостан Хөкүмәте раҫлағайны”, – ти республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова. – “Туғыҙ ай йомғаҡтарына ярашлы, был план күрһәткестәре билдәләнгәндән яҡшыраҡ үтәлде”.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Рәшит Кәлимуллин
Читайте нас: