Хоҡуҡтың гуманитар миссияһы ниндәй, ул нисек тормошҡа ашырыла? Ошо мәсьәләләрҙе Өфөлә илдең алдынғы юристары, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре тикшерәсәк. 4 декабрҙә республиканың баш ҡалаһы, ғәҙәттәгесә, юридик берләшмәне йәлеп итеү үҙәгенә әйләнәсәк – беҙҙә Дөйөм Рәсәй юридик форумы үтәсәк.
“Хоҡуҡтың гуманитар миссияһы – заманыбыҙ йүнәлеше” тип аталған түңәрәк өҫтәл төп сара буласаҡ. Уның эшендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров, Хөкүмәт Премьер-министры Андрей Назаров, Рәсәй Юристар ассоциацияһы рәйесе Сергей Степашин, Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, Рәсәй Юристар ассоциацияһы рәйестәше Павел Крашенинников, Рәсәй Юристар ассоциацияһы идараһы рәйесе Владимир Груздев, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың ҡатнашыуы көтөлә.
Модераторы – Дәүләт Думаһының Дәүләт төҙөлөшө һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Ирина Панькина. Түңәрәк өҫтәлгә шулай уҡ Башҡортостан юристары, Рәсәй юристар ассоциацияһы ағзалары, сәйәси һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәре саҡырылған. Билдәләп үтергә кәрәк, Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһе 15 йыл эшләү осоронда республиканың 45 мең самаһы кешеһенә бушлай юридик консультация күрһәткән. Шул иҫәптән 2022 йылда биш мең кешегә хоҡуҡи булышлыҡ ҡылынған.
Бүлексәлә ҙур иғтибар ирекһеҙҙән күсеп килеүселәр менән эшләүгә йүнәлтелә. Улар өсөн хоҡуҡи брошюра сығарылған, унда Рәсәй гражданлығын алыу буйынса аңлатмалар бирелгән, гражданлыҡ, ғаилә, енәйәт хоҡуҡтарының төп йүнәлештәре билдәләнгән, ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау буйынса мәғлүмәт күрһәтелгән. Юристар ваҡытлыса тороу пункттарында булып, был кешеләр өсөн лекциялар үткәргән. Брошюраны нәшер иткән өсөн Петербург халыҡ-ара юридик форумында Рәсәй Юристар ассоциацияһының Башҡортостан төбәк бүлексәһе иң яҡшылар иҫәбендә билдәләнде, сөнки төбәк бүлексәһе илдең яңы граждандары өсөн ошондай мөһим һәм кәрәкле эшкә беренселәрҙән булып тотондо.
“Гуманитар хоҡуҡи ярҙам – социаль әһәмиәтле йүнәлеш, уны киң йәйелдерергә кәрәк. Түңәрәк өҫтәлдә ҡатнашыусылар менән ирекһеҙҙән күсеп килеүселәрҙең күпләп килеүен һәм кешеләрҙең Рәсәй гражданлығына инеүен иҫәпкә алып, илдең, төбәктәрҙең гуманитар сәйәсәтен, шулай уҡ Рәсәйҙең хоҡуҡи киңлеген һаҡлау мәсьәләләрен тикшерәсәкбеҙ, – тине Андрей Назаров. – Бөгөн Юристар ассоциацияһының филиалдары Башҡортостандың барлыҡ райондарында асылған, шуға күрә республикала йәшәүселәргә бушлай сифатлы юридик ярҙам күрһәтелә”.
Ҙур форум алдынан Ирина Панькина журналистар өсөн брифинг ойошторҙо һәм сара тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, Рәсәй хоҡуғы тарихында юристарҙың юғары профессионализм өлгөләренең байтаҡ булыуы билдәле. Ошо нигеҙҙә илдең хоҡуҡ мәктәбе артабанғы быуындарҙың ихтирамын яуланы, уның үҫешкән традицияларына нигеҙ һалынды. “Беҙ тарихи ваҡиғаларҙың шаһиты булып торабыҙ һәм заман талап иткән яңы парадигманан ситтә ҡала алмайбыҙ. Хәҙерге ысынбарлыҡ, һис шикһеҙ, хоҡуҡтың гуманитар миссияһын заманыбыҙға йүнәлеш итте”, – тип билдәләне ул.
Шулай уҡ депутат Юристар ассоциацияһының төбәк бүлексәһе тураһында ла һөйләне. Рәсәй Юристар ассоциацияһы 2005 йылда ойошторолған, 2007 йылда Башҡортостанда төбәк бүлексәһе булдырылған. Радий Хәбиров уның тәүге етәксеһе булған. 2016 – 2019 йылдарҙа Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе булып Андрей Назаров та эшләне. 2021 йылдан алып был вазифаны Ирина Панькина башҡара.
– Башҡортостан төбәк бүлексәһе – составы буйынса иң ҙуры. Йәмәғәт юристары – Рәсәй юристар ассоциацияһы ағзалары республиканың һәр муниципалитетында бар. Әлбиттә, бында иң мөһиме күрһәткестәр түгел, ә үҙәктән алыҫ урынлашҡан һәр кем юридик консультация ала алыуында. Ә был беҙҙең заманда бик талап ителгән хеҙмәт, – тип билдәләне депутат.
Республикала 78 бушлай юридик ярҙам үҙәге ойошторолған, уларҙа даими нигеҙҙә 1,3 мең юрист эшләй.
– Рәсәйҙең ЛХР, ДХР һәм Украинанан ирекһеҙҙән күсеп килгәндәрҙе ҡабул итә башлауының тәүге көндәренән беҙҙең Башҡортостан бүлексәһе юристары уларҙы адаптациялау һәм хоҡуҡи мәсьәләләрен хәл итеүгә ҡушылды. Беҙ уларҙың ваҡытлыса урынлаштырыу урындарында ун тапҡыр граждандарҙы күсмә ҡабул итеү ойошторҙоҡ. Был категорияға ҡараған 700 самаһы кеше хоҡуҡи консультация һәм юридик ярҙам алды, – тине Ирина Панькина.
Шулай уҡ депутат илдә ҡабул ителгән яңы закондар, эшләнмәләр тураһында һөйләне. Форум Рәсәй юристары ассоциацияһы Башҡортостан бүлексәһенең 15 йыллыҡ юбилейына ла арнала.
- Әлфиә МИНҒӘЛИЕВА