Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2022, 16:57

Илһөйәрлек, телһөйәрлек, милли рух тантанаһы

Солтанбәктә яңы спорт майҙансығы асылды.

Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы.
Фото:Асҡын районы башҡорттары ҡоролтайы.

Быйыл йәй Солтанбәк ауылы, “Айыҡ ауыл-2021” республика конкурсында “Ҙур ауылдар” номинацияһында икенсе урынды яулап, 3,5 миллион һумлыҡ сертификатҡа эйә булғайны. Ошо ваҡыт арауығында был аҡсаға заманса тренажерҙары булған, резина япма йәйелгән, баскетбол майҙансығын да үҙ эсенә алған, иң мөһиме – хәүефһеҙлек талаптарына яуап биргән ҙур спорт майҙансығы төҙөлдө. Яңы объектты асыу уңайынан Солтанбәктә “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух” тигән байрам гөрләп уҙҙы.

Халыҡ көтөп алған ошо майҙан­сыҡты асыу тантанаһына район хакимиәте башлығы Динис Йосопов, Бөтә донъя башҡорттары ҡо­рол­тайы Башҡарма комитеты вәкилдәре – билдәле тарихсы, тарих фәндәре кандидаты Нурислам Ҡалмантаев, шағирә, “Аҡбуҙат” журналының баш мөхәррире Лариса Абдуллина, күренекле яҡта­шыбыҙ Винарис Абдуллин, шулай уҡ район хакимиәте башлығы урынбаҫары Эльза Әхмәтгәрәева, район хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Зөлфирә Селянина, Асҡын ауыл биләмәһе башлығы Ришат Лотфуллин, махсус хәрби операцияла туғыҙ ай булып, илебеҙ именлеген һаҡлап, әле ялға ҡайтҡан райондашыбыҙ Рәмис Әхмәҙишин, яңы ғына хәрби хеҙмәттән ҡайтҡан Солтанбәк ауылы егете Линат Ғимазов (Линатҡа ла махсус хәрби операцияла ҡатнашырға тура килгән), Афған һуғышы ветерандары Илһам Суфиянов, Рәзиф Садиҡов һәм бар ауыл халҡы ҡатнашты.

Ҡунаҡтарҙы солтанбәктәр, һәр ваҡыттағыса, асыҡ йөҙ, йыр-моң менән ихлас ҡаршыланы. Уларҙың һәр береһе, сығыш яһап, сәләмәт, айыҡ тормош алып барған солтанбәктәрҙең әүҙем, рухлы, берҙәм булыуын билдәләне. Ауылда быуындар күсәгилешлеген һаҡлап, тарихи тамырҙарҙы өй­рәнеп, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙеп, ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаған рухи булмышлы халыҡ йәшәгәнлеге лә телгә алынды.

Мәртәбәле бәйгелә еңеүгә ҙур өлөш индергән бер төркөм әүҙем­селәр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының һәм район хакимиә­тенең почет грамоталары һәм рәхмәт хаттары менән бүләкләнде. Район мәҙәниәт йорто директоры Жәлил Ғөйбәҙуллин етәкселегендә мәҙәниәт йорто артистары һәм яҡташыбыҙ Винарис Абдуллиндың сығышы сараға йәм өҫтәне. Һәр ваҡыттағыса, урындағы автоклуб сараны үткәреүҙә ярҙам күрһәтте.

Ҡыҙыл таҫма киҫелгәс, барыһы ла заманса спорт майҙансығына инеп, тренажерҙарҙа үҙҙәрен һынап ҡараны. 80 йәшен тултырған Нурулла ағай Хәсәнов, 80-гә етеп килгән Иҡзида апай Насретдинова, Рәминә апай Нурмөхәмәтова, 75 йәшен тултырған Сәүиә апай Хәсәнова ла, йәштәргә эйәреп, тренажерҙарҙа күнегеүҙәр яһаны. Шул арала ир-егеттәр ҡул көрәш­терә башланы, баскетбол майҙа­нында ла гөр килделәр.

– Беҙ бындай майҙансыҡты күптән көттөк! Хәҙер бында ғаилә менән киләсәкбеҙ. Конкурсты ойош­тороусыларға һәм, унда ҡатнашып, еңеүгә үҙ өлөшөн индереүселәргә, майҙансыҡты ҡороп, төҙөүселәргә ҙур рәхмәт, – тине солтанбәктәр.

Ауылда был көндә тағы ла бер яңы объект – “Урындағы башлан­ғыстарға булышлыҡ итеү” програм­маһы буйынса алынған балалар майҙансығы асылды. Бында кес­кәй­ҙәр ҡунаҡтарҙы дәртле, илһө­йәрлек рухындағы флешмоб менән ҡаршы алды. Балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Наилә Ильясова, бары­һын да тәбрикләп, сығышында ошо майҙансыҡ алыуға үҙ өлөшөн ин­дер­гән һәр кемгә рәхмәт белдерҙе.

Район хакимиәте башлығы Динис Рәдис улы ла, солтанбәктәрҙең әүҙемлеген, берҙәмлеген билдәләп, артабан да ошо программала ҡат­на­шырға, ауылды төҙөкләндереү мөмкинлегенән файҙаланырға саҡырҙы.

Ҡунаҡтар мәктәп ихатаһында Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә ҡуйылған обелиск янында булды. Артабан Солтанбәктең илһөйәр улы, тыуған яҡты өйрәнгән белгес Шаһийән Миңлеғәлиев хөрмәтенә асылған таҡтаташ янына барып, уны хәтергә алды һәм сәскәләр һалды.

Мәктәптә лә ҡунаҡтарҙы көтә­ләр ине. Ағалы-һеңлеле Гүзәл менән Динислам Суфияновтарҙың “Ҡара юрға”ны бейеүе генә ни тора! “Шатлыҡ” балалар баҡсаһы тәрбиә­ләнеүселәре менән осрашыу ҙа бик матур, йылы үтте. Башҡорт мә­ҙә­ниәте һәм рухи мираҫ йылы уңа­йынан әҙерләнгән күргәҙмә лә сағыу һәм төбәк үҙенсәлектәренә бай ине.

Ҡунаҡтар мәктәптең яңыртылған тыуған яҡты өйрәнеү музейы эшмә­кәрлеге менән танышты. Музей етәк­сеһе Фәйрүзә Фаһаманова унда тупланған бай материал, баш­ҡорт халҡының тормош-көнкүре­шенә арналған экспозициялар, күренекле яҡташтарға, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә, хәрби хәрә­кәттәрҙә һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға, Рәсәй Геройы Миңлеғәли Шаймо­ратовҡа арналған стендтар менән таныш­тырҙы. Уҡыусыларҙың ҙур ғорур­лыҡ менән “Шайморатов генерал” йырын башлап ебәреүен ҡунаҡтар ҙа, әйтерһең, көтөп кенә торған: шунда уҡ күтәреп тә алды. Музейҙағы илһөйәрлек рухындағы осрашыуҙан һуң ҡунаҡтар “Үҫеш нөктәһе” буйынса алынған уҡыу ҡо­рамалдарын файҙаланып үткә­рел­гән оҫталыҡ дәрестәрен ҡараны.

Бында, “Мәғариф” милли проек­тының “Хәҙерге заман мәктәбе” федераль проектына ярашлы, физика, химия, биология кабинеттарына уҡыу ҡорамалдары комплект­тары алынған. Сара барышында тәжрибәле уҡытыусылар Рәмзиә Хикмәтова, Зилә Исламова, Розалия Факкарова заманса матди-техник база менән нисек эшләгәнен уҡыусылары ярҙамында күрһәтте.

Зилә Мәүлимйән ҡыҙы етәксе­легендә уҡыусылар “Алкоголдең кеше организмына зыяны” тигән тәжрибә үткәрҙе. Ҡунаҡтар иҫерт­кес эсемлектәрҙең зыянын уҡыусы­лар үткәргән химик реакциялар аша күрҙе һәм үҫмерҙәрҙең айыҡ тормошто пропагандалауҙың үҙен­сә­лекле ысулын табыуын бил­дәләне.

Физика кабинетында иһә Рәмзиә Маусул ҡыҙы етәкселегендә йәш “ғалимдар” төрлө приборҙар менән оҫта эш итте.

– “Үҫеш нөктәһе” кабинет­та­рындағы уҡыу ҡорамалдары ярҙа­мында балалар фән донъяһын төптәнерәк өйрәнә, үҙ күҙҙәре ме­нән төрлө процестарҙы күрә ала һәм тәжрибәләр яһай, тикше­ренеүҙәр үткәрә. Был фәнгә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, – ти мәк­тәп директорының уҡытыу эш­тәре буйынса урынбаҫары Розалия Марат ҡыҙы.

Артабан байрам саралары спорт залында дауам итте. Бында илһөйәрлек менән һуғарылған күргәҙмә лә әҙерләнгәйне. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы иғлан иткән “Йөрәк йылыһы” акция­һына ҡушылып, һалдаттарға ойоҡ­баштар бәйләгән ағинәйҙәрҙе күреп, яңы ғына махсус хәрби операциянан ҡайтҡан Рәмис Әхмәҙи­шин был ойоҡбаштарҙың  ошо һыуыҡтарҙа һалдаттарға ни тиклем кәрәклеген билдәләне һәм рәхмә­тен еткерҙе. Береһенән-береһе тырышып һүрәттәр төшөргән һәм хаттар яҙған уҡыусыларҙы күреп тә яугир райондашыбыҙ һоҡланыуын һәм шундай илһөйәр уҡыусылар булыуына ғорурланыуын белдерҙе. “Бындай хаттар һалдаттарға көс һәм ышаныс өҫтәй, еңеүгә дәртләндерә”, – тине ул.

“Уңған бал ҡорттары” исемен йөрөткән тимурсылар отряды ла һалдаттарҙың ғаиләләренә ярҙам итеүе тураһында береһенән-береһе уҙышып һөйләне. “Геройҙар дәүере” һүрәттәр күргәҙмәһе бер кемде лә битараф ҡалдырманы.

Артабан өс быуын вәкилдәре – олатайҙар, атайҙар, балалар “Олатай, атай һәм мин – спорт һөйөүсе ғаилә” ярышында ҡатнашты: Суфияновтар, Ғилә­жевтәр, Хикмә­товтар, Фазлыәхмә­товтар етеҙ­лектә, берҙәмлектә, отҡорлоҡта, оҫталыҡта, нәҫел ептәрен белеүҙә көс һынашты.

Данис Суфиянов етәкселеген­дәге “Атайҙар мәктәбе” ағзалары балалар менән бергәләп төрлө спорт күнегеүҙәре яһай башлағас, залдағылар: “Бына, исмаһам, булдыралар! Бына ҡайҙа ул рух, көс-ғәйрәт, етеҙлек! Ысын ир-егет шулай тәрбиәләнергә, атайҙар бала­ларға өлгө булырға тейеш!” – тип билдәләне. Баш ҡала ҡунаҡ­тары һоҡланыуын йәшермәне, солтан­бәктәрҙең “Айыҡ ауыл” исеменә һис шикһеҙ лайыҡ икәнлегенә тағы ла бер тапҡыр инанып, урындағы халыҡтың берҙәмлегенә ҡыуанып ҡайтты.

-  Наилә ИМАЕВА

Читайте нас: