Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Декабрь 2022, 17:28

Күңел яралары уңалмай...

Баламдың ҡурсағына тиклем тартып алып ҡалған ҡәйнәмде хәҙер нисек ғәфү итергә?

fito-center.ru
Фото:fito-center.ru

“Йәшләй генә, 19 йәшемдә, сит районға кейәүгә сыҡтым. Буласаҡ ирем менән техникумда бергә уҡығанда танышып, дуҫлашып киттек. Уҡыу йортоноң бейеү ансамблендә бер пар булып бейеүҙән башланған танышлыҡ ысын мөхәббәт хисенә әйләнде.

Минән ике йыл алдараҡ уҡыған Рәсимде әрме хеҙмәтенә алдылар. Һөйгәнемде Сибай вокзалында илап оҙатып ҡалдым. Артабан араларҙы йылылыҡ, һөйөү һәм наҙ тулы хаттар бәйләне. Оҙон ике йыл үтеп, Рәсим армиянан йөрөп ҡайтыуға мин дә уҡыуымды тамамлап, диплом алғайным.

Оҙаҡҡа һуҙманыҡ, өйләнешергә ҡарар иттек. Хистәребеҙҙең сафлы­ғына, ныҡлығына тамсы ла шиклән­мәй инек. Шаулап-гөрләп туйыбыҙ үтте. Матур ғына йәшәй башлаған кеүек инек, әммә тиҙҙән тәүге аңлашылмаусанлыҡтар алдында баҙап ҡалдым. Ҡәйнәм ҡатҡыл холоҡло, һараныраҡ, үҙ һүҙле кеше булып сыҡты. Башта иғтибар итмәҫкә, эшем менән ярарға тырыштым. Әммә һәр ҡылығымдан кәмселек эҙләүе, кеше күңелен уйлап тормай кәмһетергә маташыуы, аҙыҡ-түлекте ҡыҙғаныуы үҙәккә үтә башланы.

Йөккә уҙғас, уныһын-быныһын ашағым килә. Район үҙәгенә йөрөп эшләгән ирем аша берәй ризыҡ алдырһам, “Беҙ улайтып аҙыҡ төр­ләндереп, аш көҫәп ултырманыҡ, хәҙергеләр бигерәк килештерә”, тип мыҫҡыл иткәндәй әйтеп ҡуйыр ине. Атай-әсәйемдең ҡәҙерле генә балаһы булып үҫкән миңә бындай һүҙҙәрҙе ишетеү бигерәк ауыр булды. Юҡ-барға илап ҡына барам. Икәү-ара ҡалғанда ирем мине йыуата, әммә әсәһе алдында яҡлап бер һүҙ ҙә өндәшмәй.

Бер мәл шул тиклем әфлисун ашағым килгәс, магазиндан ике бөртөк емеш һатып алдым. Ҡәй­нәне асыуландырмаҫ өсөн үҙебеҙ­ҙең бүлмәлә генә ултырып ашаным да, ҡабығын һуңынан берәй урынға ташлармын тип, гәзиткә төрөп, йыйылған ҡаралты араһына тыҡ­тым. Һәм... онотҡанмын. Тотонол­маған түшәк-юрған араһында ятҡан емеш ҡабығы бер аҙ мүкләнеп еҫләнгән. Ҡәйнәмдең шул ваҡытта күтәргән шау-шыуы! Илатҡансы әрләне. Хәҙер, йылдар үткәс, ошо ваҡиғаны иҫләйем дә, шул саҡтағы үҙемде йәлләп, ҡыйын да булып китә, әлеге әфлисунды асыҡтан-асыҡ ултырып ашаһам ни булған, тип көлөп тә алам. Йәшлек, баҙнатһыҙлыҡ инде...

Ҡыҙыбыҙ тыуҙы. Балабыҙ булғас, яратып, үҙгәреп китер, тип уйланым. Ысынлап та, ейәнсәрен яратты. Баҙарға май-ҡорот һатырға барһа, бүләк тотоп ҡайтыр ине. Кескәй Гөлиәм тормошобоҙға йәм өҫтәгәндәй булды, әммә ҡәйнәм менән ара ғына яҡынайманы. Тиҙҙән яман һүҙҙәр әйтеп әрләүҙән дә тартынмай башланы. Ғәрле­гемдән йәшенеп кенә илай инем.

Иремә айырым йәшәү йәки ра­йон үҙәгенә күсеү тураһында һүҙ ҡуҙғата башланым. Ишетергә лә теләмәне. Күп тә үтмәй, эше ябылып, Себер тарафына сығып китте. Ҡәйнәм: “Һин аҡсаға туймай, бөртөк кенә улымды Себергә сығарып ебәрҙең!” – тип битәрләне.

Ҡаршы өндәшмәй, булған эште башҡарып, ишле мал-тыуарҙы ла ҡарап, өй эсендә лә булышып, бала ла бағып, теш ҡыҫып йәшәргә тырыштым. Эстән тешләнеп йөрөп ныҡ ябыҡтым. Ейәнсәрен күрергә килгән әсәйем менән атайым, мине күреп, саҡ һуштан яҙманы. Бығаса өс йыл буйы “матур йәшәйбеҙ” тип, бер нәмә лә һөйләмәй, алдап кил­гәйнем. “Ҡыҙым, нимә булды? Ауы­рыйһыңмы әллә?” – тигәстәр, түҙ­мәнем, илап ебәрҙем. Былар мине айырып алып ҡайтырға булып китте. Шул ваҡытта ҡупҡан мәхшәрҙе күрһәгеҙ... Ҡәйнәм атай-әсәйемә әйтмәгән һүҙен ҡалдырманы, әрләп тә, ҡарғап та бөттө.

Кейем-һалымыбыҙҙы йыя баш­лағас, “Быны мин алып бирҙем, бы­ныһын да мин һатып алдым!” тип, ҡыҙымдың кейемдәрен ҡулым­дан тартып ала башланы. “Уй, балам, бер нәмә лә кәрәкмәй, баш һау булһа, кейем табылыр”, – тип, әсәйем мине тиҙерәк был йорттан алып китеү сараһын ҡараны. Баламды күтәреп, ҡапҡанан сығып барғанымда ҡәйнәм бәпесемдең ҡулындағы иң яратҡан ҡурсағын тартып алып ҡалды. Ҡурсаҡты ла ул бүләк иткәйне...

Шулай итеп, тыуған нигеҙгә ҡай­тып йығылдым. Тормошом ошолай булыр тип һис тә уйла­мағайным бит... Иремә лә үҙемә ышанғандай ышандым, уны донъялағы иң яҡшы ир-егет тип ҡабул иттем. Шуныһы ғәжәп, ул беҙҙе күрергә килмәне. Ә мин вахтанан ҡайтыу менән килер, ярашырбыҙ, башҡаланып бер­гә йәшәрбеҙ, тип көткәйнем. Өмөт­тәр аҡланманы, күңелдәге яралар тағы ла тәрәнәйеп, йөрәкте өттө.

Ҡыҙым мәктәпкә бара торған йылда яҙмышымды икенсе кеше менән бәйләнем. Аллаға шөкөр, был юлы уңдым. Ирем дә, ҡайным менән ҡәйнәм дә ҡыҙымды үҙ балаһылай ҡабул итте. Игеҙәк улдарыбыҙ тыуҙы. Шөкөр, әлеге ваҡытта тулы бәхетемә күҙ теймәһен тип кенә йәшәйем. Балаларым тип өҙөлөп торған ҡәйнәм менән ҡайныма рәхмәтем сикһеҙ. Яҡын ғына йәшәгәс, көн дә күрешеп, аралашып, ҙур ғаилә булып мәж киләбеҙ.

Тәүге ирем ике тапҡыр ғаилә ҡороп ҡараған, әммә уңмаған. Шулай ҡағылып-һуғылып йөрөп, 40 йәшенә лә етмәй мәрхүм булып ҡуйҙы. Туғандары шылтыратҡас, ҡыҙымды алып барҙыҡ. Ни тиһәң дә, атаһы бит... Ҡыҙым уның ха­ҡында белә ине, әммә күреш­кәндәре булманы. Рәсимде һуңғы юлға оҙатырға килгән яҡындары Гөлиәнең ике тамсы һыуҙай атаһына оҡшауын әйтте. Теге саҡта мине яҡлап бер ауыҙ һүҙ әйтмәгән туғандар был юлы бик йылы ҡабул итте, ҡыҙыма ла “Өләсәйеңә килеп йөрө” тип кенә торҙолар.

Хәҙер элекке ҡәйнәмдең беҙҙең менән аралашҡыһы килә. Ҡыҙым уҡыған ҡалаға барып, ятағын табып, күстә­нәстәр ҡалдырып киткән. Телефонымды табып, миңә лә шылтыратты. “Гөлиә миңә килеп йөрөһөн, улым мәрхүмдең берҙән-бер төҫө бит”, – ти.

Ҡасандыр баламдың ҡулындағы ҡурсаҡҡа тиклем тартып алып ҡал­ған кешене нисек ғәфү итергә? Ҡы­ҙыма аралашырға рөхсәт итер­гәме? Ошо уйҙар солғанышында йәшәйем әле. Бына шулай тормош һәр кемде үҙ урынына ҡуя икән ул...”

 - Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА

(Белорет районынан Гөлгөнә исемле ҡатындың яҙмаһы).

Читайте нас: