“Яңы медиа оҫтаханаһы” программаһы һәм “Рус репортерҙары” коммерцияға ҡарамаған автономиялы ойошмаһы медиа һәм PR-белгестәр өсөн медиаинтенсивҡа ҡатнашыусылар йыя. Ул 16-18 декабрҙә Ҡазан ҡалаһында үтә.
Интенсивта ҡатнашыусылар эксперттар менән берлектә яңы медиаға саҡырыуҙарҙы, трендтарҙы, төбәк субъекттары менән бәйләнеште тикшерәсәк. Улар төбәктең үҙенсәлегенә йүнәлтеләсәк һәм айырым бурыстарҙы хәл итеүҙе маҡсат итеп ала.
“Яңы медиа оҫтаханаһы”н тамамлаған экспедиция фотографы Әлиә Солтанова - Башҡортостандан. Быйыл дүрт ай дауамында ул Красноярскиҙа уҡыу үткән. Әйтеүенсә, команда 80 кешенән торған. Улар – журналистар, блогерҙар, режиссерҙар, контент-мейкерҙар. Остаздар һәм эксперттар ролендә - билдәле журналист, алып барыусы Владимир Соловьев, сценарист Марина Скалкина, Рәсәй шағиры, киноактер, телевидение алып барыуыһы Владимир Вишневкий һәм башҡалар.
“Бергәләп тура эфирҙар алып барҙыҡ, башланғансыға тиклем бер нисә генә минут алдан теманы белә торғайныҡ. Төшөрөргә, монтажларға өйрәндек. Яңы проекттар уйлап таптыҡ. Был иһә мөмкинлектәрҙе киңәйтә”, - ти Әлиә Солтанова.
“Яңы медиа оҫтаханаһы” проектына ярашлы тәүге сара быйыл ноябрь айында Красноярскиҙа үтте. Унда Себер федераль округынан 60 белгес ҡатнашты.
“Яңы медиа оҫтаханаһы” һәм “Рус репортерҙары”ның планында – Рәсәйҙең тағы ла бер нисә федераль округында медиаинтенсивтар үткәреү: Көньяҡ, Урал һәм Себер-Төньяҡ-көнбайыш округтарында.
Фото: "Башинформ".