2 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгәндәр араһында профессиональ оҫталыҡ буйынса "Абилимпикс" милли чемпионатының лауреаттары һәм призерҙары, шулай уҡ уларҙың тәрбиәселәре менән осрашты.
Билдәләп үтергә кәрәк, сентябрҙә ярыштарҙың әҙерлек этабы ҡатнаш тәртиптә үтте. Чемпионаттың финалы 28 октябрҙән 31 октябргә тиклем Мәскәүҙә уҙҙы. Республиканың йыйылма командаһы ил буйынса 7-се урынды яуланы, 32 миҙал алды – ете алтын, 12 көмөш һәм 13 бронза.
Республика Башлығы команда ағзаларын һәм уларҙың уҡытыусыларын һөнәри ҡаҙаныштары менән ҡотланы, уларға дипломдар, сертификаттар тапшырҙы.
Бүләкләү сараһынан һуң республика етәксеһе чемпионатта ҡатнашыусылар, уларҙың остаздары менән аралашты. Ул балаларҙың профессиональ ҡаҙаныштарын билдәләне, уларға маҡсатҡа өлгәшеү юлындағы фиҙакәрлектәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
Осрашыу аҙағында Радий Хәбиров 18 йәше тулмаған йәштәрҙе Башҡортостан Башлығының Яңы йыл шыршыһына һәм “Аксаков шыршыһы”на саҡырҙы.
Сығанаҡ: glavarb.ru