Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса баш идаралығының 22-се янғын ҡотҡарыу отрядының 8-се янғын-ҡотҡарыу часы ҡарауыл начальнигы ярҙамсыһы Роберт Бәширов Нуриман районының Никольский ауылында күп балалы ғаиләлә тыуған.
Тәүҙә Нурлы ауылында урта мәктәпте тамамлай. Армияла хеҙмәт иткәндән һуң, 1998 йылдан “Нурлы” нефть эшкәртеү станцияһында янғын һағында эшләй. 2016 йылда ул Башҡортостандың баш ҡалаһының иң яҡшы ҡарауыл начальнигы ярҙамсыһы булараҡ таныла.
Бергә эшләгән коллективын, хеҙмәттәштәрен Роберт Альберт улы икенсе ғаиләһе кеүек күрә һәм улар тураһында бары тик ыңғай фекерҙә: “Дуҫтарҙы, иптәштәрҙе бер ҡасан да ташларға ярамай. Ниндәй генә хәлдә булһа ла – хеҙмәттә лә, тормошта ла”, – ти ул.
Эшендә һөнәр оҫтаһы булһа, ғаиләһендә ул – хәстәрлекле атай һәм яратҡан ир. Буш ваҡытында ҡаяға үрмәләү менән ҡыҙыҡһына, гитарала уйнарға ярата. Роберт Бәшировтың ҡаҙаныштары ла ҙур. Ул Салауат Юлаев орденына лайыҡ булған, Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Иң яҡшы янғын һүндереүсе” тигән түш билдәһе, “Хеҙмәттәге ҡаҙаныштар өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.
Шулай ҙа уның өсөн иң ҙур награда – ҡотҡарылған кеше ғүмерҙәре. Роберт Бәширов кеүек ҡурҡыу белмәгән һөнәр эйәләре менән Башҡортостан ғорурлана.
- Резеда ШӘҢГӘРӘЕВА