Башҡортостандың Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы йәмғиәттә гүзәл заттарҙың абруйын күтәреү, улар ҡатнашлығындағы эштәрҙе әүҙемләштереү, эшмәкәрлек һөҙөмтәһен баһалау, халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау, үҫтереү маҡсатында 8 декабрҙә Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары съезын уҙғарырға йыйына. Ошо уңайҙан Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте рәйесе, филология фәндәре докторы Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы ҠОЛҺАРИНА менән әңгәмәбеҙҙә һүҙ ошо хаҡта.
– Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, 2017 йылдан һеҙ республиканың ҙур йәмәғәт ойошмаларының береһе – Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһына етәкселек итәһегеҙ. Биш йыл артта ҡалған... Ошо осорҙа үҙ алдығыҙға ҡуйған төп маҡсаттарға өлгәшә алдығыҙмы?
– Утыҙ йыллыҡ тарихы булған, халҡыбыҙҙың гүзәл заттарын берләштергән ойошма рәйесенең 2011 йылдан алып беренсе урынбаҫары, 2017 йылдан рәйес булараҡ йәмәғәтселек эшен алып барам. Ошо осорҙа беҙҙең башланғыста бик күп проекттар тормошҡа ашырылды. Улар араһында шәхсән авторлыҡ проекттарым да байтаҡ булды. Мәҫәлән: “Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух!” акциялары, милли һәм билбаулы көрәш төрҙәрен үҫтереүгә йүнәлтелгән “Батырҙар мәктәбе”, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” Бөтә Рәсәй конкурсы, “Бәндәбикә” исемле социаль-мәрхәмәтлек күрһәтеү буйынса автоуҙыш, “Өләсәйем әкиәттәре” республика конкурсы, халыҡ дауалаусыларының “Ер ҡото” этно-мәҙәни фестивале кеүек проекттар. Ойошманың рәйесе булараҡ башҡарған тәүге проект – “Бәндәбикә автоуҙышы” – Әбйәлил, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура, Күгәрсен райондары аша үтте.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте эргәһендә шулай уҡ “Өләсәйҙәр мәктәбе” һәм “Халыҡ дауалаусылар мәктәбе” әүҙем эшләп килә. “Батырҙар” мәктәбен дә әүҙем алып барабыҙ. Һәр мәктәптең үҙенең йүнәлештәре. Төп маҡсат: халҡыбыҙҙың рухи-әхлаҡи ҡиммәттәрен һаҡлау, йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен йәш быуынға еткереү.
– Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһының 8 декабрҙә буласаҡ съезында ниндәй мәсьәләләр ҡарала?
– Беҙҙең йәмғиәттең тарихта был бишенсе съезы буласаҡ. Унда мәғариф, мәҙәниәт өлкәләре, туған телде өйрәнеү, йәш быуынды рухи-әхлаҡи һәм патриотик рухта тәрбиәләү, халыҡ һаулығын һаҡлау, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Ватан һаҡсыларының ғаиләләренә ярҙам итеү мәсьәләләре тикшереләсәк. Шулай уҡ көн тәртибендә Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ — милләт әсәһе” проектын тормошҡа ашырыуҙы ойоштороу, яңы идара составын һәм Совет структураһын раҫлау, 2027 йылға тиклем эш планын ҡабул итеү бурысы тора.
Республика райондарынан һәм ҡалаларынан делегаттар һайланды, уларҙың күпселеге онлайн тәртибендә ҡатнашасаҡ. Юридик статусыбыҙ республика кимәлендә булыуға ҡарамаҫтан, башҡа төбәктәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙ менән дә бәйләнеш булдырғанбыҙ. Улар ҙа был сарала әүҙем ҡатнашасаҡ.
– Һеҙ Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаһы рәйесе булып тәғәйенләнгәндең тәүге көндәренән үк ҡатын-ҡыҙҙың статусын һәм абруйын күтәреү йүнәлешендә ҙур эшмәкәрлек йәйеп ебәрҙегеҙ. Мәҫәлән, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсына нигеҙ һалып, бөгөн уны тотош Рәсәй кимәлендә ойоштораһығыҙ.
– Ысынлап та, “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” – беҙҙең команданың яратып тормошҡа ашырып килгән проекты ул. Башланғысыбыҙҙы ниндәйҙер кимәлдә ҡатын-ҡыҙға, тәү сиратта ергә ерегеп йәшәгән һәм эшләгән гүзәл заттарыбыҙға ихтирам, иғтибар билдәһе тип аңларға кәрәк. Ижтимағи-йәмәғәт эшен алып барған, халыҡты туплап, берләштереп, төрлө ярҙам күрһәтеп, янып йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы баһалау, уларҙы йәмғиәткә танытыу – төп маҡсатыбыҙ.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсы республикабыҙҙа тәүге тапҡыр 2014 йылда уҙғарылды. Проекттың исеме билдәле йәмәғәт эшмәкәре, башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары хәрәкәтенә нигеҙ һалған Рабиға Ҡушаеваның телмәренән алынды. Ойошмабыҙҙың төп маҡсаты – халыҡ хәтерендә тарихи шәхестәр булған ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың исемдәрен яңыртыу. Ойошманың наградаһы – Рабиға Ҡушаева исемендәге “Милләт әсәһе” миҙалы 2018 йылда булдырылды һәм уға йәмәғәтселек эшендә әүҙем ҡатнашҡан, өлгөлө балалар тәрбиәләп үҫтергән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ лайыҡ. Бөгөн иһә Бөтә Рәсәй “Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының финал этабы әҙерләнә. Ошо көндәрҙә уның тәүге этабы муниципаль район һәм ҡалаларҙа ойошторола. Рәсәй төбәктәренән дә ғаризалар ҡабул итә башланыҡ.
“Ҡатын-ҡыҙ – милләт әсәһе” конкурсының географияһы йылдан-йыл киңәйә бара. Улай ғына ла түгел, тәүҙә конкурста милләттәштәребеҙ генә ҡатнашһа, хәҙер Рәсәйҙә йәшәгән төрлө милләт вәкилдәре үҙ һәләтен, эшен, ижадын күрһәтә ала.
– Беҙҙең халыҡ, ҡатын-ҡыҙҙар, илебеҙҙең иңенә төшкән ауырлыҡты үҙенекеләй ҡабул итеп, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырға тырыша. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһы ла ошондай изге эштәрҙә әүҙем ҡатнаша...
– Эйе, ойошмабыҙ мохтаждарға һәм янғындан ҡаза күреүселәргә һәр ваҡыт ярҙам итергә ынтыла. Һуңғы йылдарҙа коронавирус пандемияһы, Украинала махсус хәрби операцияға бәйле яҡташтарыбыҙға ярҙам саралары өҫтәлде. Йәмғиәт ағзалары ирекмәндәр штабында операторҙар һәм волонтерҙар булып әүҙем эшләне. Өлөшләтә мобилизация ваҡытында Ватан һаҡсыларын, халҡыбыҙҙың йолаларына ярашлы, хәрби хеҙмәткә оҙаттыҡ. Матди ярҙам йыйып, ҡорбандар салып, доғалар уҡып, ҡот ҡойоп, бетеүҙәр нағышлап, ир-уҙамандарыбыҙға рухи терәк булырға тырыштыҡ. Бөгөн дә гуманитар ярҙам йыйып, яу яландарына оҙатыу эшен дауам итәбеҙ, М.М. Шайморатов исемендәге штабта ирекмәндәр булып хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Илебеҙгә афәт килгәндә, бөтә йәмәғәтселек берләшергә тейеш.
– Яңылышмаһам, бынан бер нисә йыл элек “Изге эштәр шатлығы!” тигән хәйриә акцияһы ла нәҡ һеҙҙең башланғыс менән ойошторола башланы һәм иң уңышлы проект булараҡ тормошҡа ашырылды.
– “Изгелек эшлә лә һыуға һал – балыҡ белер, балыҡ белмәһә, халыҡ белер” тиҙәр. Бында ла шулайыраҡ килеп сыға инде. Хәйер, эш хатта проект авторы булыуҙа ла түгел. Иң мөһиме – идеяңды хуплаған, күтәреп сыҡҡан фекерҙәштәреңдең булыуы фарыз. Ғөмүмән, һуңғы ваҡытта йәштәр араһында гражданлыҡ әүҙемлеге һиҙелә: гел үҙең, шәхси мәнфәғәттәрең өсөн генә йәшәп булмағанын аңлап, мохтаждарға ярҙам күрһәтеү, төрлө социаль йүнәлештәге саралар ойоштороу менән шөғөлләнә башланылар. Шул уҡ “Изге эштәр шатлығы!” хәйриә акцияһы ла балалар йорттары, үҫмерҙәр клубтары тәрбиәләнеүселәре өсөн үҙе бер байрамға әүерелде. Акция барышында уларҙы спектаклдәр, популяр кинолар, йәнһүрәттәр ҡарарға, төрлө спорт сараларына бушлай йөрөттөк, баш ҡалалағы мәҙәни-ял урындарына алып сыҡтыҡ.
– Һеҙҙең һәр эшегеҙ, һәр башланғысығыҙ йәштәр тормошо менән бергә үрелеп бара.
– Шунһыҙ ярамай ҙа. Йәш быуын бит беҙгә ҡарап үҫә, нығына. “Йәштәр – киләсәгебеҙ” тип әйтергә күнеккәнбеҙ ҙә ул, әммә уларҙың беҙҙең бөгөнгө ысынбарлыҡ булыуын да онотмаһаҡ ине. Йәшлек – ул иҫ киткес ҙур, киң даирә. Туған телгә һөйөү тәрбиәләү өсөн мөхит булдырыу мөһим. Мөхит иһә ошо йәштәрҙең сараларында тыуа ла инде – шаяндар һәм отҡорҙар бәйгеләре, гүзәллек конкурстары, йәштәр өсөн төрлө проекттар барыһы ла быға булышлыҡ итә.
– Гөлнур Ғәлинур ҡыҙы, һеҙҙе Оборона министрлығының миҙалдары, шулай уҡ “Көмөш күгәрсен” милли йәмәғәт премияһы менән бүләкләнгән шәхес булараҡ та беләбеҙ. Был бүләк, белеүемсә, ватансылыҡ рухын тәрбиәләүҙәге ҡаҙаныштар өсөн бирелә.
– Был наградаларҙы Чечен Республикаһында конституцион тәртип урынлаштырыуға йүнәлтелгән операцияларҙа вафат булған Башҡортостан егеттәре тураһындағы ике томлыҡ “Хәтер китабы” авторы булараҡ һәм йәш быуынды хәрби-патриотик өлкәлә тәрбиәләүҙәге эшмәкәрлек өсөн тапшырҙылар. Кем нисектер, әммә мин бер ваҡытта ла хәрбиҙәрҙең яҙмышына битараф ҡарай алмайым. Бигерәк тә Афғанстан, Төньяҡ Кавказ тарафтарындағы хәрби ваҡиғалар тетрәндерҙе. 2000 йылда, республикабыҙҙа иғлан ителгән Йәштәр йылында, Локаль ҡораллы бәрелештәрҙә һәм хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау республика хеҙмәтен асып ебәргәс, ошо мөхиткә башкөллө сумдым. Беренсе һәм икенсе чечен кампанияларынан ҡайтҡан егеттәребеҙҙең хәле, ысынлап та, аяныслы ине ул осорҙа. Ҡайҙа барып төртөлөргә, тыныс тормошҡа яраҡлашыуҙы нимәнән башларға белмәйҙәр ине. Гүйә, юғалып ҡалғайнылар.
Үҙәктең етәксеһе булараҡ, шул йылда республиканың төрлө район һәм ҡалаларында һигеҙ филиал асыуға өлгәштек. Белгестәрҙе Санкт-Петербургка ебәреп, психолог-реабилитолог һөнәренә уҡытып алдыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тарих ҡабатлана... Бөгөн дә был тема көнүҙәк, шуға күрә махсус хәрби операцияла һәләк булған Ватан һаҡсыларының исемдәрен мәңгеләштереү буйынса ла эш башланыҡ. Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары йәмғиәте эргәһендә махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарҙың әсәләрен һәм ҡатындарын туплаған комитет ойошторҙоҡ. Ветерандар менән дә әүҙем эшләйбеҙ. Йәмғиәт эргәһендә Ирҙәр ҡоро ла әүҙем эшләй.
– Милләт тотҡаһы булған гүзәл заттарыбыҙға ниҙәр теләр инегеҙ?
– Милләтте тәрбиәләүсе лә, киләсәген билдәләүсе лә, халҡыбыҙҙың арҡа һөйәген, еңелмәҫ һәм буйһонмаҫ рух ҡеүәтен тотоп тороусы, алға әйҙәүсе һәм тел һағында тороусы ла ул – ҡатын-ҡыҙ. Алда тормошҡа ашыраһы проекттар бихисап, шуға күрә һәр яҡты уй, изге маҡсат менән башҡарылған эштә берҙәм булыу кәрәк.
- Рәмилә МУСИНА