Йәмғиәт
3 Декабрь 2022, 08:00

180 егетте оҙаттыҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында хәбәр итте.

180 егетте оҙаттыҡ180 егетте оҙаттыҡ
180 егетте оҙаттыҡ

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр тураһында хәбәр итте.

“Хәрби хеҙмәткә саҡырылған тағы 180 егет Алыҫ Көнсығышҡа юлланды. Унда улар Ҡоро ер ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итәсәк. Һәр осраҡта ла саҡырылыусыларҙың үҙен нисек тойоуына һәм алып барғанда иҫкәртеү сараларына ҙур иғтибар бүленә.

Барлыҡ хеҙмәткә саҡырылыусылар коронавирус инфекцияһына тест бирҙе. Йәштәр медицина битлектәре, бахила, бактерияларға ҡаршы саралар, әйберҙәр, аҙыҡ-түлек менән тәьмин ителде.

Саҡырыу кампанияһы дауам итә. Саҡырыу комиссияһы кәңәшмәһендә ойоштороу мәсьәләләрен ҡараныҡ.

Хәтерегеҙгә төшөрәм, хәрби хеҙмәткә саҡырыу Украинала махсус хәрби операция үткәреү менән бер нисек тә бәйле түгел. Быға тиклемге кеүек Рәсәй Федерацияһы ҡануниәтенә ярашлы һәм план тәртибендә атҡарыла”, - тип яҙған ул.

Фотолар: vk.com/ireksagitov

 

180 егетте оҙаттыҡ
180 егетте оҙаттыҡ
180 егетте оҙаттыҡ
180 егетте оҙаттыҡ
180 егетте оҙаттыҡ
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас