“Урта быуат Евразияһының күсмә цивилизациялары” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһының пленар өлөшөнөң модераторы БР Күсемһеҙ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау һәм файҙаланыу буйынса ғилми-етештереү үҙәге дәүләт бюджет учреждениеһы директоры Данир Әхмәҙи улы Ғәйнуллин булды. Ул ғилми форумдың әһәмиәте тураһында фекерҙәре менән уртаҡлашты.
– Сараның әһәмиәте бик ҙур, сөнки 9 июлдә “Шүлгәнташ” музей комплексын асҡан саҡта Башҡортостан Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров оҙаҡламай Евразия күсмә халыҡтары цивилизацияһы музейы төҙөләсәге тураһында әйткәйне. Беҙҙеңсә бындай ҙур проекттарҙың башында һәр ваҡыт ғилми дискуссия, ғилми фекер булырға тейеш. Шуның өсөн йыл һайын Мәжитов уҡыуҙары ойоштороп, бөтә Рәсәйҙән, сит илдәрҙән ошо йүнәлештә эшләгән ғалимдарҙы йыйып, докладтар ойоштороп һөйләшәбеҙ. Уларҙы тыңлап, анализлап, музейҙы нисек итеп эшләргә, экспозицияһын нисек ҡорорға тигән уртаҡ фекергә киләсәкбеҙ.
"Шүлгәнташ"ты эшләгән саҡта йыл һайын мәмерйәнең үҙендә халыҡ-ара симпозиумдар үткәрә инек. Унда Франция, Испания, башҡа илдәрҙән ғалимдарҙы саҡырып фекер алыштыҡ, үҙебеҙҙең проектты тәҡдим иттек, фекерҙәрен тыңланыҡ. Шуға күрә музей фәнни яҡтан дөрөҫ, төплө килеп сыҡты. Әле лә ошо маҡсат менән ҙур форумдар ойошторабыҙ.
Икенсенән, башҡорт, Башҡортостан тарихына нигеҙ һалған бөйөк ғалимыбыҙ Нияз Мәжитов исемен мәңгеләштереп, конференция үткәреү ҙә әһәмиәткә эйә, сөнки ул - донъя кимәлендәге ҙур ғалим, – тине ул.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.