Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2022, 19:00

Геройҙарҙы иҫкә алабыҙ

Бөгөн баш ҡалалағы Еңеү паркында сәскә һалыу тантанаһы булды.

Геройҙарҙы иҫкә алабыҙ
Геройҙарҙы иҫкә алабыҙ

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов, Өфө ҡалаһының Орджоникидзе районы хакимиәте башлығы Альберт Маликов, республиканың хәрби комиссары Михаил Блажевич һәм башҡалар Мәңгелек утҡа, исемдәре яу яланында ҡалған геройҙар исемен хәтергә алып, Башҡортостандың күп милләтле халҡы исеменән сәскә һалды.

“2014 йылдан илебеҙҙә йыл һайын 3 декабрҙә Билдәһеҙ һалдат көнөн билдәләйбеҙ. Бөгөн – илебеҙ биләмәһендә йәки ситтә хәрби хәрәкәттәрҙә һәләк булған Рәсәй һәм совет хәрбиҙәренең хәрби ҡаһарманлығын һәм үлемһеҙ батырлығын хәтергә алыу көнө. Улар барыһы ла илебеҙ геройҙары, беҙ, хәтирәләребеҙҙе киләһе быуындарға тапшырып, был хаҡта мәңге иҫләйәсәкбеҙ, - тип яҙҙы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов. – Исеме яу ҡырында ҡалған барлыҡ геройҙарҙы хәтергә алыу көнөндә Өфөләге Мәңгелек утҡа сәскә һалыу тантанаһы булды. Беҙҙә геройҙарҙың исемен мәңгеләштереүгә, уларҙың исем-шәрифтәрен эҙләүгә һәм тергеҙеүгә етди иғтибар бүленә. Бөгөн 50 тирәһе эҙәрмәнлек отряды эшләй. Эҙәрмәндәрҙең дөйөм һаны биш меңгә барып етә. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың күбеһе – уҡыусылар һәм студенттар.

Хөкүмәт тарафынан эҙәрмәндәр хәрәкәтенә кәрәкле ярҙам күрһәтелә. Йыл һайын эҙәрмәнлек экспедицияларын үткәреүгә ике миллион һум күләмендә субсидия бирелә. Ошо ярҙам һөҙөмтәһендә Бөйөк Ватан һуғышы урындарына 16-нан алып 20-гә тиклем сәфәр ойошторола. Башҡортостан - төбәк субсидияһы иҫәбенә уҡыусыларҙы йөрөткән күп булмаған субъекттарҙың береһе. Был эште артабан да дауам итәсәкбеҙ”.

Фотолар: vk.com/ireksagitov

 

Геройҙарҙы иҫкә алабыҙ
Геройҙарҙы иҫкә алабыҙ
Геройҙарҙы иҫкә алабыҙ
Геройҙарҙы иҫкә алабыҙ
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: