Бөгөн Өфөлә “Урта быуат Евразияһының күсмә цивилизациялары” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтте. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә был турала фекерен ҡалдырҙы.
“Ярты йыл элек тәүгә Евразия күсмә цивилизациялар музейын булдырыу идеяһы хаҡында һөйләнек, бөгөн иһә буласаҡ комплекстың контурын күрәбеҙ.
Был ябай ғына музей булмаясаҡ – беҙ Шишмә районында ҙур фәнни-популяр, тикшеренеү һәм аң-белем таратыу, мәҙәни, туристик үҙәк төҙөргә ниәтләйбеҙ. Унда һәр кем үҙе өсөн ҡыҙыҡлы нәмәләр таба алыр.
Заманса музей технологиялары буйынса ойошторолған экспозициянан тыш, бында һөнәрселәр ҡаласығы һәм сауҙа майҙаны менән этнографик комплекс, күмәк һәм спорт сараларын уҙғарыу өсөн урын, экомузей менән башҡорт аты үҙәге һәм башҡалар барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ ҡунаҡханалар һәм ҙур шифахана комплексы төҙөргә ниәтләйбеҙ.
Был үҙәк республикала яңы кешеләрҙе йәлеп итеү урынына әйләнәсәк. Хәҙерге ысынбарлыҡты аңларға һәм үҙебеҙҙе табырға, тамырҙарыбыҙҙы аңларға ярҙам итәсәк урын. Ул көс урыны буласаҡ”, – тип яҙҙы ул.
Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы.