Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
3 Декабрь 2022, 15:30

Яңы музей ҡыҙыҡлы һәм бай тарихлы буласаҡ

Башҡортостанда булдырылған Евразия күсмә цивилизациялар музейы “Беҙ кем?” һорауына яуап бирергә тейеш.

Яңы музей ҡыҙыҡлы һәм бай тарихлы буласаҡ
Яңы музей ҡыҙыҡлы һәм бай тарихлы буласаҡ

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, бөгөн “Торатау” конгресс-холында “Урта быуат Евразияһының күсмә цивилизациялары” халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конференцияһы үтә. Ул Башҡортостандың күренекле ғалимы, республика Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы Нияз Мәжитовтың иҫтәлегенә арнала.

Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев ҡунаҡтарҙы Радий Хәбиров исеменән сәләмләп, республикала тарихты һаҡлау өсөн башҡарылған эштәр тураһында һөйләне. Ул Башҡортостан өсөн бер мөһим ваҡиға тураһында хәбәр итте.

Быйыл йәй Башҡортостандың иң матур урындарының береһе – Бөрйән районында “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни музей комплексы асылды. Шүлгәнташ мәмерйәһе кешелек цивилизацияһының палеолит осоронда барлыҡҡа килеү үҙәктәренең береһе тип иҫәпләнергә мөмкин. Унда 20 мең йыл элекке боронғо кешенең ҡаяға төшөрөлгән һүрәттәре һаҡланған. 1959 йылда уларҙы Александр Владимирович Рюмин асҡан. Ул Көньяҡ Урал мәмерйәләрендә боронғо цивилизация эҙҙәре булырға тейеш тип ышанған. Һәм хаҡлы булып сыҡҡан.

“Шүлгәнташ” комплексы бөтә донъянан ғалим-тарихсылар, палеонтологтар өсөн бик ҡыҙыҡлы урынға, йәштәребеҙ өсөн ғилми-ағартыу үҙәгенә әүерелде.

Башҡортостанда һуңғы йылдарҙа Урта быуат осорон өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. Урал Килсенбаев белдереүенсә, бөйөк дала осоронда төбәгебеҙҙә халыҡтарҙың ҡеүәтле хәрәкәте башланған. Көньяҡ Урал тиҫтәләгән мәҙәниәт һәм телдәр киҫешкән үҙәккә әүерелгән. Бында күп быуаттар дауамында бергә йәшәргә өйрәнгән төрлө ҡәбиләләрҙең тормошо ҡайнап торған. Төньяҡ менән көньяҡ, көнбайыш менән көнсығыштың әүҙем ҡушылыуы, күсмә халыҡтарҙың һәм ултыраҡ ҡәбиләләрҙең үҙ-ара бәйләнеше була. Беҙҙең төбәк аша каруан сауҙа юлдары үткән, биләмәлә йәйләү үҙәктәре урынлашҡан.

Урал Таһир улы әйтеүенсә, әгәр “Шүлгәнташ” мәмерйәһе “Беҙ ҡайҙан?” тигән һорауға яуап бирһә, әле Башҡортостанда булдырылған Евразия күсмә цивилизациялар музейы “Беҙ кем?” һорауына яуап бирергә, кешенең палеометалл дәүеренән алып Һуңғы урта быуатҡа тиклемге үҫешен күрһәтергә тейеш. Әйткәндәй, был музейҙы булдырыу идеяһы – Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтыҡы.

– Хөсәйенбәк, Турахан мавзолейҙары, Кесе кәшәнә урынлашҡан биләмә боронғо йәйләүҙәр үҙәгенең береһе булған. Нәҡ бында вәғәзселәр һәм Алтын Урҙаның юғары дәрәжәле кешеләре килгән. Бында Волга буйы Болғарынан һәм Кама үрге ағымынан Урта Азияға һәм Себергә илткән каруан юлдарының сауҙа туҡталҡалары урынлашҡан. Тап ошо биләмәләр башҡорт этносын туплау үҙәктәренең береһенә әүерелгән. Быйыл йәй беҙ “Подымалово-1” Алтын Урҙа ауылында археологик тикшеренеүҙәр үткәрҙек һәм уникаль һөҙөмтәләр алдыҡ. Мәҫәлән, ғалимдарыбыҙ туғыҙ археология комплексын – һөйәктән әйберҙәр яһау оҫтаханаһын, мәғдән иретеү һәм металл әҙерләү мейестәрен, керамиканы яндырыу өсөн ҡатмарлы конструкциялы тимерсе усаҡтарын үҙ эсенә алған һөнәрселек үҙәген тапҡан. Ювелир биҙәүестәр өлөштәре, XIV быуат уртаһындағы ике тәңкә, алтын Урҙаның баш ҡала үҙәктәрендә һәм Урта Азия ҡалаларында кашиндан етештерелгән әйберҙәр табылған. Йәнә ирҙәрҙең ҡайыш гарнитураһы, атлыларҙың ҡоралдары һәм башҡа бик күп фрагменттар, – тине Урал Килсенбаев.

Ғалимдар фекеренсә, был ҡомартҡылар ауыл халҡының Түбәнге Волга буйы һәм Урта Азия ҡала үҙәктәре менән бәйләнешен күрһәтә. Ә эргә-тирәләге биләмәлә аҡ ташлы кәшәнәләрҙең булыуы Башҡортостан биләмәһенең Джучи улысының ҡушма һәм мөһим өлөшө, сауҙа юлдарының, йәйләүҙәрҙең киҫешеү урыны, боронғо башҡорт халҡының формалашыу зонаһы булыуы хаҡында һөйләй.

– Әйткәнемсә, Шишмә районында Хөсәйенбәк һәм Турахан кәшәнәләре һаҡланған. Хөсәйенбәккә килгәндә, белгестәр фекеренсә, уның Джучидтар империяһы үҙәгенән Башҡортостанға ебәрелгән түрәләр төркөмөнә ҡарауы хаҡында һүҙ йөрөтөргә мөмкин. Хөсәйенбәктең дини дәрәжәгә лә эйә булыуы уның сәйәси әһәмиәтен арттырҙы. Бөгөн йөҙәрләгән йыл элек йәшәгән был тарихи шәхес тураһында яҙма дәлилдәр археология, антропология мәғлүмәттәре менән раҫлана. Беҙ уның ҡиәфәтен асыҡлай, нимә менән шөғөлләнгәнен белә алабыҙ. Уның төбәк халыҡтары яҙмышында ниндәй эҙ ҡалдырғаны ла асыҡлана.

Икенсе һорау – Турахан кәшәнәһен кем хөрмәтенә төҙөгәндәр? Көньяҡ Уралдың һәм башҡорттарҙың тарихында уның роле ниндәй булған? Асыҡланыуынса, ғалимдарыбыҙҙың Ҡаҙағстанда һәм Үзбәкстандағы һуңғы фәнни экспедициялары барышында “түрә” термины батшалыҡ итмәгән хан улдарын аңлатҡан. Шул уҡ ваҡытта ул хан власына ла хоҡуҡлы удел власын аңлатҡан.

Шул рәүешле беҙ Алтын Урҙа составына ингән Башҡортостан менән хан наместнигы – Түрә-хан идара итеүенә юл ҡуя алабыҙ. Ә Турахан мавзолейы Алтын Урҙа дәүләтендә юғары статус биләгән кешенең ҡәбере өҫтөнә ҡуйылған. Был мәғлүмәттәр урта быуаттар осорондағы күсмә цивилизацияның административ үҙәктәренең береһенең нәҡ ошонда, хәҙерге Башҡортостан биләмәһендә урынлашыуына шик ҡалдырмай, – тине Урал Килсенбаев.

Әле Башҡортостандан көслө команда был яңы музей өҫтөндә эште башлап тора. Ул “Шүлгәнташ” тарихи-мәҙәни комплексы кеүек үк халыҡ өсөн ҡыҙыҡлы, аңлайышлы һәм иҫ китмәле бай йөкмәткеле буласаҡ.

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: