+1 °С
Ҡар
Бына тағы бер бәпескә күбәйҙек.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры актеры Шәһитулла Хамматов ғаиләһендә икенсе баланың донъяға килеүе тураһында хәбәрҙар инек. Ҡыҙыҡай Әсә көнөндә ауаз һалып, әсәһе Айһылыуға ҙур бүләк булғайны.
Әле килеп бәпес өйөнә ҡайтты. Уны атаһы, апайы Ҡәҙриә, яҡын туғандары ҡаршы алды.
Ҡыҙға Камила тип исем ҡушҡандар. Ата-әсәһен һөйөндөрөп имен-һау үҫеп китһен! халҡыбыҙға файҙалы кеше булһын!
Фото: https://vk.com/id21193114