Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Декабрь 2022, 19:30

Юристар хоҡуҡ һағында тора

Гуманитар ярҙам күләмен арттырыу бурысы ҡуйылды. 

Юристар хоҡуҡ һағында тора
Юристар хоҡуҡ һағында тора

Бөгөн Өфөлә VIII Бөтә Рәсәй юридик форумы үтте, уның төп ваҡиғаһы – «Гуманитар хоҡуҡ миссияһы — заманыбыҙ йүнәлеше» темаһына түңәрәк өҫтәл булды. Республикаға идара итеү үҙәгендә үткән сара Рәсәйҙә билдәләнгән Юристар көнөнә һәм Рәсәй юристар ассоциацияһының Башҡортостан бүлексәһенең 15 йыллығына арналды.

"Рәсәй юристары ассоциацияһы" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Сергей Степашин үҙ сығышында бөгөнгө ауыр заманда төп бурыс — кешеләргә ярҙам итеү, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.

– Был түләүҙәр, пенсия, мобилизацияланған һәм яраланғандарҙың ғаиләләренә ярҙам. Беҙҙең алдыбыҙҙа бөтөнләй яңы ысынбарлыҡ тора. Бөгөнгө осрашыу барышында нимә эшләргә кәрәклеге хаҡында һөйләшеү генә түгел, ә аныҡ һөҙөмтәләргә ирешер өсөн нимәләр атҡарырға кәрәклеге тураһында уртаҡ фекергә килербеҙ тип ышанам. Республиканың ассоциацияһы илдә иң алдынғыларҙың береһе булыуы менән ҡотлайым. Радий Хәбировҡа ҙур рәхмәт әйткем килә, ул ассоциацияның беренсе етәксһе булды, төбәктә күпселек юристарҙың кеше йөҙлө булыуы өсөн рәхмәт белдерәм. Бөгөн Башҡортостан — Рәсәй Федерацияһының иң яҡшы субъекттарының береһе, бында кешеләр яҡшыраҡ йәшәй башланы, — тине Сергей Степашин.

Дәүләт думаһының төҙөлөш һәм ҡануниәт буйынса комитеты рәйесе, "Рәсәй юристар ассоциацияһы" Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһы рәйестәше Павел Крашенинников шулай уҡ юристарҙы һөнәри байрамдары менән ҡотланы.

— Хоҡуҡ – закон ғына түгел, уның нигеҙендә мәҙәни, социаль күренеш ята. Уның нигеҙе, әлбиттә, ҡануниәт, әммә закон мәғәнәһе күпкә киңерәк. Ул үҙ эсенә белем биреү функцияһын, фәнни, хоҡуҡ һаҡлау һәм башҡа төшөнсәләрҙе үҙ эсенә ала. Гуманитар йүнәлешкә лә иғтибарҙы йәлеп итергә теләйем, хоҡуҡтың был «кешелекле» функцияһы ауыр хәлгә тарығандарҙы һаҡлауҙан ғибәрәт, — тине Павел Крашенинников.

Артабан һүҙҙе Андрей Назаров алды, ул республиканың юридик берләшмәһенең хоҡуҡи эшмәкәрлекте үҫтереүгә ҙур өлөш индереүенә иғтибар итте, юристар үҙҙәренең һөнәре буйынса граждандарҙың мәнфәғәттәрен һәм хоҡуҡтарын яҡлай тип билдәләне ул. Премьер-министр фекеренсә, бөгөн гуманитар сәйәсәттең сиктәре киң, республика Рәсәйҙең яңы төбәктәренә әүҙем ярҙам итә.

— Марттан Алып Донецк һәм Луганск халыҡ республикаларына Башҡортостандан 34 гуманитар автоколонна ебәрелде. Инфраструктураны тергеҙәбеҙ, социаль объекттарҙы төҙөйбеҙ һәм төҙөкләндерәбеҙ, медицина ярҙамы күрһәтәбеҙ. Луганск Халыҡ Республикаһына 220-нән ашыу белгестән торған туғыҙ медицина белгесе бригадаһын ебәрҙек. Улар 66 меңдән ашыу пациентты ҡабул итте. Уларҙың яртыһынан күберәге балалар ине. Гуманитар сәйәсәттең тағы бер ҙур йүнәлеше хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам итеү. Улар социаль хеҙмәттәрҙең һәм түләүҙәрҙең тулы пакетын ала. Федераль гарантиялар менән бер рәттән 32 сараны үҙ эсенә алған республика саралар планын да тормошҡа ашырабыҙ. Ошо маҡсатта бюджеттан 500 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән, ә киләһе йылда — яҡынса 1,5 миллиард һум ебәреләсәк, — тине Андрей Назаров.

Башҡортостан Хөкүмәте Башлығы сығыш яһағанда ике тура бәйләнеш ойошторолдо. Луганск Халыҡ Республикаһының Красный Луч ҡалаһындағы дауахананан тура бәйләнешкә инделәр. Табиптар һәм яралы яугирҙәр менән бергә тура бәйләнешкә Башҡортостан Хөкүмәте аппараты етәксеһе Азамат Абдрахманов та сыҡты. Ул әлеге мәлдә ошо төбәктә эш сәфәре менән йөрөй. Азамат Абдрахманов фекеренсә, Луганск Халыҡ Республикаһы хөкүмәте тураһындағы закон проекты Башҡортостан Хөкүмәте тураһындағы закон нигеҙендә төҙөлгән. Уның һүҙҙәренсә, төрлө комиссиялар составындағы төбәк вәкилдәре норматив хоҡуҡи акттарын Рәсәй ҡануниәтенә яраштырыуҙа ҡатнаша һәм яҡын арала закондар сығарыу власына Луганск Халыҡ Республикаһы хөкүмәте тураһындағы закон проекты индереләсәк.

Икенсе бәйләнеш Салауат Юлаев исемендәге ирекле батальондың торған урынынан үткәрелде. Видеояҙманан һуң Андрей Назаров һәм форумда ҡатнашыусылар телекүперҙә ҡатнашыусыларҙың барыһына ла тиҙерәк өйҙәренә ҡайтыуҙарын теләне.

 

Фото һәм сығанаҡ Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: