Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2022, 19:35

20 мең һум кемдәргә тейеш?

Брифинг барышында аңлатмалар бирелде.

20 мең һум кемдәргә тейеш?
20 мең һум кемдәргә тейеш?

Бөгөн көндөҙ Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала мобилизацияланғандарға һәм уларҙың ғаиләләренә күрһәтеләсәк яңы ярҙам төрө тураһында иғлан итте.

Яңы йылға Башҡортостандың бөтә мобилизацияланған кешеләре, уларҙың ҡатындары, бәлиғ булмаған балалары һәм көндөҙгө бүлектә колледжда йәки юғары уҡыу йортонда белем алған 23 йәшкә тиклемге балалары бер тапҡыр 20 мең һум аҡса аласаҡ. Был туралағы указға ҡул ҡуйылды ла.

Был ярҙам төрө иғлан ителеү менән кешеләр араһында һорауҙар тыуҙы. Кемгә тейеш был аҡса? Ниндәй документтар кәрәк? Аҡса ҡасан һәм ҡайҙа киләсәк? Шуға күрә кис Башҡортостан юлдаш телеканалы халыҡҡа аңлатыу өсөн брифинг ойошторҙо. Унда республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова, Һаулыҡ һаҡлау, Мәғариф һәм фән министрлыҡтары вәкилдәре ҡатнаша.

Шулай итеп, Ленара Иванова белдереүенсә, аҡса мобилизацияланған хәрбиҙәрҙең махсус асылған иҫәбенә киләсәк. Ә ғаилә ағзаларына халыҡты социаль яҡлау органдары, Күп функциялы үҙәктәр йәки дәүләт хеҙмәттәре порталы аша ғариза биреү етә. Түләмде алыу өсөн ни бары хәрби комиссариаттан белешмә генә алырға кәрәк. Башҡа документтар йыйырға кәрәкмәйәсәк. Был маҡсатта аҡса бүленгән, ул 26 декабргә тиклем түләнеп бөтәсәк.

– Ярҙамды мобилизацияланғандарҙың законлы ҡатындары ғына аласаҡ. Шулай уҡ бәлиғ булмаған балаларына һәм уҡыу йортонда көндөҙгө бүлектә уҡыған 23 йәшкә тиклемге балаларына тейеш. Ата-әсәләренә һәм башҡа туғандарына ярҙам ҡаралмаған. Был маҡсат өсөн республика бюджетынан 400 миллион һум аҡса бүленәсәк. Түләмде алыр өсөн 6 декабрҙән алып мөрәжәғәт итә башларға була, – тине министр.

Фото: ekaterinburg.bezformata.com

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: