Республика халҡы, ошо ҡушымтаны күсереп алып, 112 системаһының шылтыратыуҙарҙы эшкәртеү үҙәгенә хәбәр ебәрә, абоненттың, авария йәки ғәҙәттән тыш хәлдең ҡайҙа икәнлеген күрһәтә, фото һәм видеоматериалдар һала ала.
Шулай уҡ ҡулланыусы профилендә ашығыс бәйләнештәр тураһында мәғлүмәтте күрһәтеү, медицина белешмәләрен тултырыу һәм мөрәжәғәт статусын күҙәтеү мөмкинлеге бар. Янғын, газ еҫе, юл фажиғәһе осрағында енәйәт шаһиты булһағыҙ, йәмәғәт тәртибен боҙоу осрағында йәки ашығыс медицина ярҙамы талап ителгәндә булышлыҡ ҡылырға мөмкин.
Ҡушымта аша әлеге мәлдәге һауа торошон ҡарарға, туристик төркөмдө теркәргә, төп экранда тейешле төймәгә баҫырға, ә "Хәбәр итеү" ҡушымтаһы аша тармаҡтың һуңғы мөһим яңылыҡтарын ҡарарға мөмкин.
Фото: республика Хөкүмәте.