Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Декабрь 2022, 22:15

Психологик ярҙам да мөһим

Газ үткәрергә теләгәндәргә иһә сертификат бирелә.

Психологик ярҙам да мөһим
Психологик ярҙам да мөһим

Бөгөн кис Башҡортостан юлдаш телеканалында тағы ла бер тапҡыр республикала мобилизацияланған һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар, уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары тураһында һөйләнеләр.

Коммерция нигеҙендә дәүләт колледждарында, техникумдарында белем алған балалар дәүләт иҫәбенә уҡый ала. Был хаҡта республиканың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары Инесса Косолапова һөйләне.

Бындай ярҙам сараһы көндөҙ уҡығандарға ғына ҡағыла. Бөтә уҡыу курсы бюджет иҫәбенә түләнәсәк.

Махсус хәрби операцияға киткән хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзалары психологик ярҙамға ла мохтаж. Республиканың ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова белдереүенсә, бындай ярҙам 2000 ашыу кешегә талап ителгән. Психологик ярҙам һорап улар “Ғаилә” төбәк үҙәктәренә мөрәжәғәт иткән. Бынан тыш, ойошма белгестәре 1700 ихатаны ҡарап сыҡҡан. Мөрәжәғәт итеүселәрҙең дөйөм һанынан 431 кешегә психотерапевтарҙың квалификациялы ярҙамы талап ителгән.

Республика һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Гөлнара Зиннурова билдәләүенсә, психологик ярҙам – яугирҙәрҙең үҙҙәре һәм уларҙың яҡындары араһында ҙур һорау менән ҡулланылған хеҙмәт. Республика психотерапия үҙәге пациенттарҙы реабилитациялау өсөн бер нисә программа әҙерләгән.

– Амбулатор дауаланыу өсөн дә, стационарҙа ла программалар бар. Әммә һәр ваҡыт программа республика психотерапия үҙәгендә 14 көн дауамында стационар дауалауҙан башлана. Республикабыҙ буйынса психотерапия бүлексәләре селтәре бар. Барыһының да Өфөгә килеүе мотлаҡ түгел. Ярҙамдың был төрөнә улар республика биләмәһендә лә йәлеп ителгән, – тине Гөлнара Зиннурова.

Махсус брифингта газ сертификаттары хаҡында ла һөйләнеләр. Был һорауға Башҡортостандың Торлаҡ программаларын тормошҡа ашырыу буйынса идаралығы етәксеһе Александр Аверьянов аңлатма бирҙе:

– Башҡортостан Башлығы ҡушыуы буйынса тейешле норматив-хоҡуҡи акттарға үҙгәрештәр индерелде, уларға ярашлы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы граждандарға, шулай уҡ уларҙың ғаилә ағзаларына йортҡа газ үткәреү өсөн сертификаттар тапшырылыуы мөмкин. Бының өсөн билдәләнгән документтар пакеты менән республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәгенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Документтар араһында граждандың махсус хәрби операцияла ҡатнашыуын раҫлаған документ булырға тейеш – был йә Оборона министрлығынан, йә Рәсәй гвардияһынан белешмә. Республика халыҡҡа ярҙам үҙәге ошондай гражданды йәки уның ғаилә ағзаһын иҫәпкә ҡуя, һуңынан исемлектәрҙе беҙҙең идаралыҡҡа тапшыра. Дөйөм исемлек төҙөйбөҙ һәм газ үткәреү өсөн сертификат тапшырабыҙ.

Сертификаттың хаҡы 100 мең һум тәшкил итә, ғәмәлдә булыу ваҡыты – ике йыл.

Фото: "Башинформ".

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: